Атай-әсәйем гел көнкүреш техникаһына ҡарата миңә ҡарағанда яҡшыраҡ мөнәсәбәттә булды. Иҫләйем, атайым һәр саҡ:— Тәәәк! Видикты һүндерәбеҙ, уға ял итергә кәрәк! - ти торғайны.
***
Синыф етәксеһе Инсафҡа шылтырата:
- Һин ни эшләп бөгөн дәрескә килмәнең?
- Мин ауырыйым, температурам 42 градусҡа тиклем менгән!
- Алдама, кешелә ундай тән температураһы булмай.
- Ни эшләп булмаһын ти? Иртән әсәйем үлсәп ҡарағайны, 36 ла 6 тине.
***
- Зөлфиә апай, минең көндәлеккә “2”ле ҡуйығыҙ әле!..
- Ниңә һиңә икеле ҡуйырға тейешмен һуң әле, Заһит?!!
- Былай, атайым бер көндө "Әгәр икеле алып ҡайтһаң - күрмәгәнеңде күрһәтәсәкмен!" тигәйне...
***
- Әсәкәйем, 30 һум бирәле.
- Нимәгә ул һиңә, утыҙ һум!?
- Мин уны анау меҫкен генә инәйгә бирәм...
- Иии, нескә күңеллемде. Мә, утыҙ һум. Ә ҡайҙа ул меҫкен генә инәй?
- Анааа тора бит, туңдырма һатып
***
- һаумыһығыҙ, һеҙҙә "Һыйыр ҡанаты" тигән кәнфиттәр юҡмы һатыуҙа?
- Ахмаҡ һүҙ һөйләп йөрөмәгеҙ әле!..
- Ниңә ахмаҡ һүҙ, ти! “Ҡош һөтө” тигәне бар ҙа инде!!!
***
Ике күршеләш йәшәгән ҡатын һөйләшә. Беренсеһе:
– Ниңә һинең бесәйең йыуындырғанда шул хәтлем ҡысҡыра ул?
– Һинеке ҡысҡырмаймыни?
– Юҡ, бер тауышы сыҡмай...
– Ә һин уны нисек итеп һығаһың?