Уҡытыусы математика дәресендә:
- Илгизәр, әгәр һиңә дуҫың ике бесәй балаһы бирһә, күршеләрең тағы икәүҙе бүләк итһә, үҙең урамдан дүрт бесәй балаһы табып алһаң, һиндә барыһы нисә бесәй балаһы була?
- Туғыҙ!
- Туҡта, әйҙә икенсе төрлө итеп иҫәпләп ҡарайыҡ. Атайың һиңә ике ҡарбуз бирә, әсәйең ике ҡарбуз, ә өләсәйең тағы ла дүрт ҡарбуз бирә икән ти. Һиндә барыһы нисә ҡарбуз була?
- Һигеҙ.
- Һуң, шулай булғас! Ә бесәй балалары ниңә туғыҙ булды?
- Туғыҙ була инде... Өйҙә үҙемдең бер бесәй балаһы бар бит!.. Уны ҡайҙа итәйем?
***
Ике мәктәп уҡыусыһы һөйләшә.
– Беҙ бөгөн анатомиянан контроль эш эшләнек. Сабирға ике сәпәне, уҡытыусы апай.
– Нимә өсөн!?
– Шпаргалка ҡулланғаны өсөн... Үҙенең ҡабырғаларын һанап ултырғанда уны уҡытыусы эләктерҙе.
***
Синыф етәксеһе Инсафҡа шылтырата:
- Һин ни эшләп бөгөн дәрескә килмәнең?
- Мин ауырыйым, температурам 42 градусҡа тиклем менгән!
- Алдама, кешелә ундай тән температураһы булмай.
- Ни эшләп булмаһын ти? Иртән әсәйем үлсәп ҡарағайны, 36 ла 6 тине.
***
Балаларҙың диктанттарын тикшереп, уҡытыусы таратып сыға.
Марат шул саҡ:
- Ғәфү итегеҙ, һеҙ бынауында нимә тип яҙғанһығыҙ ул? – тип һорай.
- Аңлайышлы итеп яҙ, тип яҙылған унда, - ти уҡытыусы.