Уҡытыусы:
– Әгәр мин һиңә тәүҙә бер ҡуян, аҙаҡтан тағы ла ике ҡуян, һуңынан тағы ла өсәүҙе бирһәм! Нисә ҡуяның була?
Уҡыусы:
–Ете!
Уҡытыусы:
–Иғтибар менән тыңла! Иң беренсе – бер, аҙаҡтан – ике, шунан тағы ла өс... Нисә?
–Уҡыусы:
–Ете!
Уҡытыусы:
–Тә-әк! Әйҙә, улай булғас, икенселәй һанайыҡ. Бер алмаға ҡушабыҙ ике алманы, ҡушабыҙ тағы ла өс алманы! Нисә була?
Уҡыусы:
–Алты!
–Ниһайәт! Ә бер ҡуян, ҡушабыҙ ике ҡуян, ҡушабыҙ өс ҡуян! Нисә?
Уҡыусы:
–Ете!
Уҡытыусы:
–Нишләп ете һуң?!!
Уҡыусы:
Сөнки, өйҙә минең тағы ла бер ҡуяным бар!
Биология дәресе бара. Уҡытыусы:
–Оморҙаҡов, әйтеп ебәр әле миңә йортта йәшәүсе дүрт аяҡлы дуҫыңды!
– Минең карауатым!
Улы мәктәптән ҡайта ла, атаһына:
– Атай, бөгөн һинең турала инша яҙҙым әле.
–Ысынмы? Ниндәй темаға?
–Тема – “Минең өсөн өлгө булған кеше”.
Атаһы, шатланып:
–Бик хуп! Мине ҡыуандырҙың! Ә нимәләр яҙҙың?
–Көслө, аҡыллы, матур, ихтирамлы...
Атаһы:
–Улай тип уйлауыңа шатмын.
–Ысынында иһә, мин Аронольд Шварценеггерҙың фамилияһын нисек дөрөҫ итеп яҙырға белмәй ыҙаландым, Шварцнэгер, Шварценигыр, Швартснегр...