Ҡыҙ егетенә үпкәләй: – Һаранһың һин, сыҡмайым кейәүгә. Мә, балдағыңды кире ал! – Мин һаран??? Ә ҡумтаһы ҡайҙа?
***
Айнур алтын балыҡ эләктергән.
— Йә, әйтә һал, өс теләгеңде үтәйем, — тигән балыҡ.
Балыҡсы:
— Имтиханһыҙ ғына юғары уҡыу йортона инергә, ҡалала фатир һәм машина булдыр, — тигән.
— Кредитҡамы, әллә бүлеп түләү шарты менәнме? — тип асыҡларға теләгән балыҡ:
Айнур оҙаҡ уйлап тормаған:
— Йә, һайла: бешерәйемме, әллә көнбағыш майына һалып ҡыҙҙырайыммы? — тигән.
***
Рөстәм балыҡ ҡармаҡлай икән. Эргәһенә Илгиз килеп һорай:
— Бөгөн һыу нисек, яҡшымы?
— Бик һәйбәт! Балыҡтың хатта сыҡҡыһы ла килмәй!