Бер ҡыҙ автобуста китеп барғанда, телефоны шылтырата тей. Сумкаһынан телефонын тапмағас.
- Өйҙә ятып ҡалғандыр - тип әйтә тей.
***
Атаһы менән 5 йәшлек улы йоҡларға ятыр алдынан ванна бүлмәһендә теш таҙартып торалар. Тынлыҡты боҙоп, улы, көҙгө аша атаһына ҡарап, күңелһеҙ генә тауыш менән:
- Атай, ирҙәр ысын ҡатындарҙан алдараҡ үләме? - тип һорап ҡуя.
- Статистика буйынса шулай, улым...
- Һин дә әсәйҙән алдараҡ үләһеңме?..
- Уны алдан белеп булмай, улым... )
Шунан, малайы, атаһына боролоп, тағы ла борсоулыраҡ тауыш менән:
- Атааай, әтеү, әсәйгә нисек планшетҡа уйындар кащать итергә өйрәтеп ҡуй әле! - тимәһенме
***
Асманға биш йәш:
– Өләсәй, Мадагаскар нимә була, беләһеңме?
– Ә нимә була?
– Уйын ул, белгең килһә. Тағын йәнһүрәт тә бар.
***
–Атай, ә ни өсөн беренсе сентябрҙә уҡытыусыларға бөтәһе лә сәскәләр бүләк итә?
– Бөгөн уларҙың байрамы икән тип уйлаһындар өсөн…