Беренсе синыф уҡыусыһы өйгә бик күңелһеҙ ҡайтып инә. Әсәһе:
– Нимә булды, тағы ла икеле алдыңмы? – тип һорай.
– Эйе, – ти улы, ауыр һулап, – миңә тиҙерәк пенсияға сыға һалырға кәрәк.
***
Атаһы беренсе синыфҡа барған улын уята:
– Улым, тор, дәрескә һуңлайһың… – Ниңә? Мин бит мәктәпкә кисә генә барҙым!
***
Вәли мәктәптән ҡайтып инеү менән ата-әсәһенең беренсе һорауы:
– Ниндәй билдә алдың?
– “Дүртле”! – Тип яуап бирә Вәли.
– Ә ниңә “бишле” түгел?
– Беҙҙең бөгөн дүрт кенә дәрес булды бит.
***
Ҡартәсәһе ейәнсәренә ике һағыҙ алырлыҡ аҡса бирә лә:
– Береһе – апайыңа, – ти.
Әлиә тиҙ генә магазиндан ике һағыҙ һатып ала ла, әрсей һалып, ауыҙына ҡаба. Апаһы мәктәптән ҡайтҡас, ҡартәсәһе:
– Апайыңдың һағыҙын бир, – ти.
– Бәлтәмдең тишек кеҫәһенән төшөп ҡалған,
– Алып кил, ҡыҙым, кеҫәңдең тишеген тегеп
ҡуяйым, – ти. Әлиә кеҫәһен әйләндерә лә:
– Тишеге лә юҡ булған, – ти.
***
- Ниңә зонтик тотоп йөрөйһөң ул?
- Ямғыр яуып ҡуйһа тим...
- Бина эсендә ямғырҙан ҡурҡҡан кешене беренсегә күрәм!..
- Ә мин ҡурҡмайым, минең зонтигым бар!
***
Тәнәфескә сыҡҡас, Гүзәл үҙенең синыфташына:
– Һинең дәрестә ашап ултырғаныңды бер кем дә күрмәй, тип уйлайһыңмы? – ти.
– Күрһендәр, мин бит уларға барыбер бирмәйем.