+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
31 Август 2024, 12:05

Шәмбе көләмәстәре

Атай, бөгөн мәктәптә беҙгә грипҡа ҡаршы укол һалдылар! Маладис, ҡыҙым! Иламағанһыңдыр ул? Юҡсы, улар мине ҡыуып етә алманылар ул. Башҡа көләмәстәр:

Шәмбе көләмәстәре
Шәмбе көләмәстәре

Беренсе синыфҡа барған уҡыусынан ата-әсәһе:

  • Шунан, улым, беренсе көн оҡшанымы? – тип һорай.
  • Беренсееее? Иртәгә лә тағы шунда барырға тимәксегеҙме? – тип яуаплаған малай.

 

 

Биология дәресенән һуң синыфташтар һөйләшә:

  • Ишеттегеҙме, Айнур контроль эшенән “икеле” алған!
  • Ысынмы? Ә ниңә?
  • Күсергәне өсөн. Уҡытыусы уны үҙенең ҡабырғаларын һанап ултырған ваҡытта күреп ҡалған.

 

 

  • Доктор, минең улымдың күҙҙәре ҡылыйланып бара шикелле ул.
  • Ул тыумыштан шулай инеме?
  • Юҡ, дәрестә күршеһенән күсерә.

 

Уҡытыусы:

  • Әгәр һиңә дуҫың бер бесәй балаһы бирһә, күршеләрең тағы икәүҙе бүләк итһә, үҙең урамдан дүрт бесәй балаһы табып алһаң, һиндә бөтәһе нисәү була?
  • Туғыҙ.
  • Туҡта, әйҙә икенсе төрлө итеп иҫәпләп ҡарайыҡ. Мин һиңә бер ҡарбуз бирәм, аҙаҡ икене, ә унан һуң тағы дүрт ҡарбуз бирәм икән ти. Һиндә бөтәһе нисә ҡарбуз була?
  • Һигеҙ.
  • Шулай булғас һуң! Ә бесәй балалары ниңә туғыҙ?
  • Туғыҙ шуууул, минең өйҙә берәү бар бит. Уны ҡайҙа итәйем?

 

 

Улы әсәһенә:

  • Минең мәктәпкә барғым килмәй! – тип мыжый икән.
  • Ниңә?
  • Әпәт Әхмәтов аяҡ саласаҡ, Ҡәҙершин рогатканан атасаҡ, ә теге хулиган Мәргәнов миңә китаптар ырғытасаҡ! Юууҡ, бармайым!
  • Былай булмай, улым. Беренсенән, һиңә 50 йәш тулды, ҙурһың инде. Икенсенән, һин – мәктәп директоры!

 

  • Атай, бөгөн мәктәптә беҙгә грипҡа ҡаршы укол һалдылар!
  • Маладис, ҡыҙым! Иламағанһыңдыр ул?
  • Юҡсы, улар мине ҡыуып етә алманылар ул.
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: