Чаттағы һөйләшеү:
– Һинең буйың нисә сантиметр?
– 145.
– Ииййй, бигерәк Дюймовочка икәнһең))) Ә ауырлығың күпме?
– Уныһы тағы ла әҙерәк: 120 генә)))
– Мин һине яратам!
– Рәхмәт!
– Мин икенсе төрлө яуап көткәйнем...
– Ҙур рәхмәт, тигәндеме?!..
– Ғүмәр, ә һин дуҫлашҡан ҡыҙың менән йыш ирешәһеңме?
– Беҙ бөтөнләй ирешмәйбеҙ!
– Нисек инде улай?!..
– Беҙ шунда уҡ һуғыша башлайбыҙ!
– Иртәгә бөгөн кисә була =)
– Магазинға ҡоралланған бур инә лә һатыусынан һорай:
– Исемең нисек?
– Әлфиә.
– Минең әсәйемдең дә исеме Әлфиә, ярар, мин һиңә теймәм.
– Унан һуң бер егеттең исемен һорай. Уныһы:
– Минең исемем – Сәлим, ләкин дуҫтарым Әлфиә тип тә йөрөтәләр.
Дәрес башланып, ун минут үткәс, ишеккә туҡылдаталар.
– Инегеҙ, – ти уҡытыусы.
Ишек асылып киткәс, унан йүгереп хәле бөткән Айгиз килеп инә.
– Шунан, Айгиз, ни әйтерһең? – ти уҡытыусы.
Фатима Ғәлимовна, сығырға мөмкинме?..