+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
26 Октябрь 2024, 16:50

Шәмбе көләмәстәре

Әсәһе улына:– Улым, көн дә дискотекаға йөрөмә!Юғиһә, һаңғырау булып ҡалаһың бит!– Рәхмәт, әсәй, мин туҡмын. Ун минут элеккенә ашаным.

Шәмбе көләмәстәре
Шәмбе көләмәстәре

–Дөрөҫөн әйт, Ғәли, был иншаны кем яҙҙы?
–Белмәйем шул, Гөлнара Ирек ҡыҙы, мин
кисә йоҡларға иртәрәк ятҡайным...

***

Ҡыҙ егетенә, үпкәләп:
– Егет кеше яратҡан ҡыҙын өс һүҙ менән
ҡыуандырырға тейеш: яратам, һатып алам,
барабыҙ!
Егет:
– Ярай, улайһа. Ял итергә яратам, ҡар-
маҡ һатып алам да балыҡ тоторға барабыҙ!

***

- Улым, "икең"де ҡасан төҙәтәһең???
- Тырышам да ул, атай. Тик уҡытыусы апай журналды ҡулынан төшөрмәй
***

Атай-әсәйем гел көнкүреш техникаһына ҡарата миңә ҡарағанда яҡшыраҡ мөнәсәбәттә булды. Иҫләйем, атайым һәр саҡ:
— Тәәәк! Видикты һүндерәбеҙ, уға ял итергә кәрәк! - ти торғайны

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: