- Ниңә зонтик тотоп йөрөйһөң ул?
- Ямғыр яуып ҡуйһа тим...
- Бина эсендә ямғырҙан ҡурҡҡан кешене беренсегә күрәм!..
- Ә мин ҡурҡмайым, минең зонтигым бар!
***
– Доктор, мин һәр төндә бер үк төш
күрәм, сысҡандар футбол уйнай унда.
– Бына ошо дарыуҙы эс – бөгөндән үк
төштәрең бөтөр.
– Ә иртәгә эсһәм яраймы? Бөгөн – “фи-
нал”...
***
– Этең нисек йәшәп ята әле?
– Яҡшы. Ул мине шул тиклем аңлап тора: мәктәптән ҡайтып инеү менән портфелемә инеп китә, көндәлегемде тиҙ генә һөйрәп сығара ла диван аҫтына йәшереп тә ҡуя!
* * *
Ғәзим уҡытыусыға өндәшә:
— Айһылыу Илдус ҡыҙы, кешене ҡылмаған
ҡылығы өсөн әрләргә яраймы ул?
— Юҡ, әлбиттә!
— Ура! Шәп, улай булғас, мин өйгә эште
эшләмәгәйнем.