Кисәге көн бигерәк матур булды (16 февраль булған). Ҡояш тирәләй йәйғор барлыҡҡа килде. Быға тиклем күргәнем булманы. Был турала интернет селтәренән эҙләнеп уҡып ҡараһам икенсе төрлө ҡояш ҡолаҡлана тип атала икән. Быға ҡарап тәбиғәт торошон белергә була икән. Ҡояш ҡолаҡланһа көн һыуына, йә ҡар яуа тигәнде аңлата һынамыш буйынса. Был матурлыҡты күп итеп фотоға төшөрҙөм һәм һеҙҙең менән дә бүлешергә булдым - тей Хәйбулла районының Әбүбәкер дөйөм белем биреү мәктәбенең 6 синыф уҡыусыһы Билалов Сарьян.