+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
"Күҙ менән ҡаш араһы"
27 Ноябрь 2022, 10:10

Фото ла төшөрә, шиғыр ҙа яҙа. Афарин, Инзилә!

Инзилә Исмәғилева "Аманат"ҡа фотоларын һәм шиғырҙарын ебәреп тора. Рәхмәт! Инзилә - Бөрйән районы Байназар мәктәбенең 6-сы синыфы уҡыусыһы.

Фото ла төшөрә, шиғыр ҙа яҙа. Афарин, Инзилә!
Фото ла төшөрә, шиғыр ҙа яҙа. Афарин, Инзилә!

 

  • Еләк беште, сәскә атты
    Тышта ҡояш ҡыҙҙыра.
    Дуҫтар әйҙә һыуға тиеп
    Тәҙрә төбөндә һыҙғыра

    Йәй бөтмәһен инде хәҙер тиеп
    Хыяллана һәр бала.
    Уҡыуға әҙерлек бит ул
    Йәйҙән алып башлана.


  • „Йәй Көнө"
    Иртән торҙом, һәтәр йылы
    Тышта ҡояш нурын һибә
    Күршелә ҡаҙҙар геүелдәй
    Ә балалар тышта туп тибә

    Үҙемдә тик торманым
    Уйнарға сығып киттем
    Һыуытҡас кисен ҡайтып
    Йәшелсәгә һыу ҡойҙом

    Әсәйгә ярҙам иттем
    Атайғала эшләштем
    Хәҙер инде эште бөткәс
    Китап уҡырға ултырҙым.
  •  

 

 
 
„Уҡырға барам"
Иртән тороп балалар
Әҙерләнә байрамға
Китап тышлап, ҡәләм остап
Белем алырға баралар

Миндә өйҙә әҙерләндем
Китап уҡыным, миҫалдар эшләнем
Яҙырғала онотманым
Хикәйәләр күсерҙем

Хәҙер миндә әҙермен
Яңы белем алырға
Сәскә тотоп ҡулыма
Киттем миндә уҡырға.
 
Бөрйән районы, Байназар урта мәктәбенең 6-сы синыф уҡыусыһы Исмәғилева Инзилә.
Фото ла төшөрә, шиғыр ҙа яҙа. Афарин, Инзилә!
Фото ла төшөрә, шиғыр ҙа яҙа. Афарин, Инзилә!
Фото ла төшөрә, шиғыр ҙа яҙа. Афарин, Инзилә!
Фото ла төшөрә, шиғыр ҙа яҙа. Афарин, Инзилә!
Фото ла төшөрә, шиғыр ҙа яҙа. Афарин, Инзилә!
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: