ИҒТИБАР
“Аманат” журналы ВК социаль селтәрендә иғлан иткән #күҙ_менән_ҡаш_араһы конкурсының 2025 йыл апрель-сентябрь этабы еңеүсеһе – ИСМӘҒИЛЕВА Динә, Бөрйән районы Байназар мәктәбе уҡыусыһы!
Конкурсҡа 30 баланың фотоһүрәттәре ҡуйылды. Тауыш биреү 14 октябрҙә башланды һәм 21 октябрҙә 12 сәғәттә тамамланды. Тауыштар һаны буйынса тәүге өс урынды алған ҡатнашыусыларға Рәхмәт кәлимәһе һәм бүләк тапшырыласаҡ! Бына улар:
1. ИСМӘҒИЛЕВА Динә, Бөрйән районы Байназар мәктәбе уҡыусыһы
2. ВӘЛИТОВ Айназ, Ауырғазы районының Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусыһы
3. ИБӘТУЛЛИНА Рената, Ауырғазы районының Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.
Был өсәүгә бүләктәр һәм Рәхмәт кәлимәләре тапшырыласаҡ.


Беҙҙең конкурста ҡатнашыусыларҙың бөтәһенә лә ҙур рәхмәт! Конкурс дауам итә. Һеҙҙән фотоһүрәттәр көтәбеҙ.