+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
20 Ғинуар 2018, 13:50

Балалар йорттарына бүләккә – «Аманат»!

Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәүсе, сығыштары менән Ғафури, Әлшәй, Миәкә райондарынан булған яҡташтарыбыҙ Хөмәйрә Ғәзизова, Венера Яхина, Дамира Усманова апайҙарыбыҙ, бер нисә дана “Аманат” яҙҙырып, Башҡортостандың балалар йорттарына бүләк яһаны.

Алыҫта, Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәүсе, сығыштары менән Ғафури, Әлшәй, Миәкә райондарынан булған яҡташтарыбыҙ Хөмәйрә Ғәзизова, Венера Яхина, Дамира Усманова апайҙарыбыҙ, бер нисә дана “Аманат” яҙҙырып, Башҡортостандың балалар йорттарына бүләк яһаны.

– Беҙ “Бәйләнештә” сайтындағы «Аманат» балалар журналы» төркөмөндә баҫманың бар яңылыҡтарын уҡып, танышып барабыҙ. Беҙҙең бала саҡта уҡып үҫкән «Пионер», хәҙерге “Аманат” – күңеле беҙгә бик яҡын баҫма. Шуға ла, балаларға бүләк яһарға булдыҡ, – ти апайҙар.
Ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалып, балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр күңеленә нур таратып, ысын йөрәктән ярҙам ҡулын һуҙған, бала яҙмышына битараф булмаған апайҙарға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ҡылған изгелектәрегеҙҙе Хоҙай Тәғәлә үҙегеҙгә меңләтә ҡайтарһын.



«Аманат» журналы редакцияһы.
Читайте нас: