Проблемам шулай: ғүмерем буйына осоусы булырға, һауа диңгеҙен гиҙергә хыялландым. Хатта бәләкәй сағымда, биш йәштәр тирәһе булғандыр, ҡулдарыма ҡалайҙан эшләгән ҡанаттарға оҡшаш нәмә тағып, өй башынан һикергәнем булды. Ярай әле, аяҡтар нисектер иҫән ҡалған. Унан һуң, көслө ел ваҡытында яланға сығып, ҙур полиэтилен япманы парашют кеүек итеп тотоп, “осоп” йөрөнөм. Ә ауылыбыҙ эргәһендә урынлашҡан аэродромдан самолеттар осҡанда мин, гүйә, улар менән бергә һауаға күтәрелә инем! Шул хәтлем осоусы булғым килә, хатта хистәремде аңлатып та бирә алмайым.
Миңә әлеге самолеттар араһында иң оҡшағаны – күп функциялы Су-35 истребителе. Әлеге көндә был самолет кеүек донъяла бер машина ла оса алмай. Ул һауала эшләгән юғары пилотаж фигуралары сит планета аппараттарына ғына хастыр… Күҙ алдығыҙға ғына килтерегеҙ: ун ете ярым тонна ауырлыҡтағы аппарат, баштүбән килеш, вертикаль штопорға үҙ ирке менән инеп, шунан бер ниндәй ҡурҡынысһыҙ, еңел генә кире ябай осоу режимына сығып китә ала! Башҡа берәү бындай осраҡта мотлаҡ ҡолап төшәсәк. Ә “Су” өсөн был – ни бары “мөмкинлектәренең бер өлөшө” генә. Су-35 осмай, ул һауала бейей.
Ошо аппараттың пилоты булғым килә! Бының өсөн барыһын да тигәндәй эшләнем: алгебра, геометрия, физика, химия фәндәренән тик “бишле”гә уҡыйым, физкультуранан нормативтарҙы гел арттырып үтәп килдем. Хатта ГТО-ның алтын миҙалы менән бүләклән-дем...
Тик минең атай менән әсәй генә осоусы булырға теләүемә ҡаршы! Атайымдың минән тарихсы яһағыһы килә. Ул үҙе лә тарихсы, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған. Ул: “Башҡорт халҡының тарихы шул хәтлем ҙур һәм бай, уны өйрәнергә лә өйрәнергә әле. Бигерәк тә Салауат Юлаевтың яуҙаштары тураһындағы архив документтары әлегә хәтлем тейешле иғтибар күрмәгән. Улар араһында ҡартатайыбыҙ ҙа булырға тейеш, һин шуларҙы өйрәнергә тейешһең”, – ти атайым.
Ә әсәйем бар көсө менән мине башҡорт филологияһына индерергә теләй. “Әгәр телебеҙ бөтһә, башҡорттар ҙа бөтәсәк”, – ти.
Эйе, мин барыһын да аңлайым. Башҡорт теле – минең туған телем. Аллаға шөкөр минең шундай яғымлы һәм моңло телем булғанына. Тик һәр кем үҙенең яратҡан һөнәре менән шөғөлләнергә тейеш, тип иҫәпләйем. Минеңсә, насар телсе булғансы, яҡшы осоусы булғаның яҡшы. Шәп тарихсы һәм телсе булыр егеттәр һәм ҡыҙҙарҙың урынын билеп йөрөгөм килмәй.
Хәҙер ни эшләргә лә белмәйем. Нисек ололарға үҙемдең хыялымдың әһәмиәтен аңлатырға? Кәңәш бирегеҙ әле, дуҫтар!
ҒӘЛИМ.
Ҡариҙел районы.