+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
21 Декабрь 2018, 02:01

Матур ғаилә – ил терәге

Артабан да башҡортомдоң мәңгелеген күрһәтеүсе нурлы төйәк булып ҡалһын ине Сәйетбабам!

Сәйетбабам – тыуып-үҫкән ерем – олпат тауҙар ҡосағында, һалҡын һыулы йылғыр Мәндем һәм боролоп-боролоп аҡҡан уйсан Өйә йылғалары буйында урынлашҡан. Тирә-яғын киң яландар, урман-тауҙар уратып алған. Саф һыулы сылтыр шишмәләре ауылыма йәм өҫтәй.

Эйе, беҙҙең ауылыбыҙҙы республикала ғына түгел, ә сит илдәрҙә лә ныҡлы беләләр. Сит илдән килгән ҡунаҡтар, туристар өсөн ауылыбыҙ ҡапҡалары һәр ваҡыт асыҡ. Һоҡланғыс тәбиғәтебеҙҙе, телде йоторлоҡ милли аш-һыуыбыҙҙы һағынып, Ер шарының төрлө тарафынан бер туҡтауһыҙ килеп торалар.

Ауылыбыҙҙа бик күп йылдар тарихи милли мәҙәни үҙәк эшләп килә. Телебеҙҙе, милли йолаларыбыҙҙы һаҡлауға һәм үҫтереүгә, башҡортомдоң тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеүгә күп көс һала был үҙәк. Артабан да шулай бөтә ер йөҙөндә «башҡортомдоң мәңгелеген күрһәтеүсе» изге, нурлы төйәк булып ҡалһын ине Сәйетбабам.

Ауыл үҙенең эшһөйәр, уңған халҡы менән дә бай. Ҡура тултырып мал аҫрайҙар, күпләп бал ҡорттары үрсетәләр, ә инде баҡсаларында емеш-еләге ишелеп уңа. Мин Бер туған Дәминевтар урамында йәшәйем. Ни өсөн урамыма шундай исем биргәндәр икән тип, бәләкәйерәк саҡта аптырай торған инем. Олатайым менән ҡарт өләсәйемдән һорашып, айышына төшөндөм. Беҙҙең урамда Дәминев фамилиялы ғаилә йәшәгән булған, уларҙың 5 улы булған. Ҙурайып, егет ҡорона ингәс, малайҙарҙы берәм-берәм һуғышҡа оҙатҡандар. Батыр һуғышсыларҙың береһе лә тыуған ауылдарына кире әйләнеп ҡайтмаған, яу яландарында илен, ерен һаҡлап, батырҙарса һәләк булған. Яҡташтарының йөрәгендә мәңге һаҡланһын, йәш быуынға өлгө булып торһон тип, ҡыйыу яугирҙарҙың данлы батырлығын мәңгеләштереп, ауыл урамы уларҙың исемен йөрөтә. Шундай данлыҡлы батырҙар исемен йөрөткән урамда йәшәүем менән ғорурланам. Урамыбыҙҙа уңған, тырыш, татыу ғаиләләр генә йәшәй. Ут күршеләрем Айзирәк инәй менән Барый бабай Йәнмырҙиндарҙы, хатта Башҡортостан телевидениеһынан килеп, "Бай баҡса" тапшырыуынан да күрһәттеләр. Гөлмира инәй менән Фәрит бабай Мәүләмбирҙиндар мал үрсетә, Ғәлиә инәй менән Фәнил бабай Суфияновтар ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Раил бабай Аҙнабаев үҙенең урамында халыҡҡа кирбес яһай. Зәйтүнә инәй Баязитова кеүек, ап-аҡ ҡайын туҙынан ҡара һағыҙ ҡайнатҡан кеше Башҡортостанда ла һирәктер әле. Уның оҫталығын да телевидениенан килеп төшөрөп, Башҡортостан халҡына күрһәттеләр. Зәкир бабай Ишмырҙинды ауылда, районда ғына түгел, республикала ла яҡшы беләләр. Ул һәр ваҡыт ауылда бер сара, байрам уйлап сығарып тора. Бик шәп ойоштороусы ул! Ауыл халҡын туплап-йыйнап, өгөт-нәсихәттәрен уҡып ҡына тора. Ҡоролтай рәйесе шулай булырға тейеш тә. Ауыл тормошонда ҡайнап, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашып ҡалмай, башҡаларҙы ла үҙ артынан эйәртә. Көслө тауышлы, оҫта йырсы ла үҙе. Бына шундай кешеләр йәшәй минең урамымда.

Беҙҙең ғаиләне лә ауылда уңған, эшһөйәр ғаилә тип атайҙар. Атайым – Илдус Ғәйзулла улы Сәйетбаба участка дауаханаһының "Ашығыс ярҙам” машинаһында шофер. Әсәйем мәктәптә балаларға башҡорт теленең гүзәллеген өйрәтә. Илназ ағайым Красноусол шифаханаһында эшләй. Сыңғыҙ ағайым менән мин мәктәптә уҡыйбыҙ. Күпләп мал-тыуар аҫрайбыҙ, бал ҡорттары үрсетәбеҙ, баҡса тултырып йәшелсә, емеш-еләк үҫтерәбеҙ. Атайым менән әсәйемдең бер ваҡытта ла тик ултырғанын күрмәҫһең. Иртә таңдан ҡара кискә тиклем көнө буйы аяҡ өҫтөндә улар. Йәмәғәт эшендә лә ҡайнап йәшәйҙәр. Әсәйем менән мин мәҙәниәт йорто эргәһендә эшләп килгән бейеү түңәрәгенә йөрөйбеҙ. Әсәйем бәләкәйҙән бейергә яратҡан, шуға әле лә бейеү уның иң яратҡан шөғөлө. Атайым ағас эшенә лә оҫта. Таҡта ярыу яйланмаһы алып, ауылдаштарына кәрәкле әйберҙәр яһай. Изге күңелле, ярҙамсыл, йүнсел, булдыҡлы ул. Бер ҡасан да уның "Юҡ, уны эшләп булмай", – тип әйткән һүҙҙәрен ишетмәҫһең. Иртә яҙҙан ауылдаштарына баҡса һөрә, ә йәй етһә, бесән әҙерләшә, көҙөн утын менән ярҙам итһә, ҡышын ауылды ҡарҙан таҙартыуҙы тик уға ғына ышанып торалар. Әсәйем өйөбөҙгә нур ҡойоусы. Ул бер аҙ ғына өйҙә булмаһа, өйҙөң йәме, нуры бөтә. Атайым да, әсәйем дә беҙҙең өсөн өлгө. Беҙ ҙә уларҙан ҡалышмаҫҡа тырышабыҙ. Мәктәп, район, республика күләмендә уҙғарылған төрлө сараларҙа бик теләп ҡатнашабыҙ. Быйыл Ғаилә йылына арналған сарала ҡатнашып, еңеү яуланыҡ. Районыбыҙҙың данын яҡлап, Өфө ҡалаһында уҙғарылған ҙур байрамда ҡатнаштыҡ. Үҙебеҙҙең тырышып уҡыуыбыҙ менән дә башҡаларға өлгө булып торорға тейешбеҙ. Киләсәктә ата-әсәйемә оҡшап мин дә уңған, эшһөйәр булып үҫеп, республикамдың сәскә атыуына үҙемдең өлөшөмдө индерәсәкмен, тип ышанам. Ошондай ғаиләләр күберәк булһа, тыуған илем алға барыр, балалар бәхетле булыр, уларҙың шат тауыштары тынмаҫ.

Азалия ИҘРИСОВА.

Ғафури районы,

Сәйетбаба ауылы.

Читайте нас: