+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
21 Декабрь 2018, 02:13

Татыу ғаилә – ил күрке

Алма ағасынан йыраҡ төшмәгән кеүек, беҙ ҙә атай-әсәйҙән ҡалышмайбыҙ...

Беҙҙе ауылда музыкаль ғаилә булараҡ беләләр. Атайым менән әсәйем икеһе лә – сәнғәт кешеләре. Алма ағасынан йыраҡ төшмәгән кеүек, беҙ ҙә атай-әсәйҙән ҡалышмайбыҙ.

Нәркәс апайым Өфө сәнғәт училищеһының халыҡ музыка ҡоралдары бүлегендә уҡыһа, ҡустым Мирас менән мин ҡурайҙа уйнарға өйрәнәбеҙ. Кистәрен бергә йыйылып, һәр кем ҡулына үҙенең яраткан музыка ҡоралын тотоп уйнай башлаһа, беҙҙең ғаилә тотош бер оркестрҙы хәтерләтә. Атайым – думбыраһын, әсәйем ҡумыҙ сиртә, апайым гитарала уйнай, мин ҡурайҙа һыҙҙырам, ә ҡустым дөңгөр һуға. Атайым музыка ҡоралдары эшләү оҫтаһы ла булғас, беҙҙең өйҙә йәнең теләгән уйын ҡоралы бар.

Ғөмүмән, атайымдың ижади эшенең сиге юҡ. Ул “Башҡортостандың иң яҡшы сәсәне” исеменә лә лайыҡ кеше. Бынан тыш, үҙенең оҫтаханаһында думбыра, дөңгөр, ҡурай, ҡумыҙ кеүек башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарын да эшләй.

Әсәйем – оҫта бейеүсе. Ул етәкләгән бейеү түңәрәгенә йәше-ҡарты бик теләп йөрөй. Уға эйәреп, хәҙер беҙҙә бөтә ауыл бейей, тиһәң дә була. Атайым менән әсәйем эш сәфәре менән Рәсәйҙе, Башҡортостанды арҡырыһынан буйына урап сыҡҡан. Улар башҡарыуында халҡыбыҙҙың көй-моңдарын, дәртле бейеүҙәрен төрлө милләт халҡы алҡышлап ҡаршылай.

Атайым менән әсәйем беҙҙе кешегә тик яҡшылыҡ ҡына эшләргә, намыҫлы булырға, алама ғәҙәттәрҙән йыраҡ торорға өйрәтә. Әсәйгә лә, атайға ла берҙәй хөрмәт. Эште айырып тормай-быҙ: иҙәнде лә, һауыт-һабаны ла ялтыратып йыуып ҡуябыҙ. Атай керһә – йылына, әсәй керһә – йәмләнә, балалар керһә йорт шатлыҡ менән тула, тиҙәр. Беҙҙең йортобоҙ йылы ла, йәмле лә, шатлыҡ менән дә тулы.

Юлдаш БАЙБУЛДИН.

Ғафури районы,

Сәйетбаба ауылы.
Читайте нас: