Сәхнә тултырып бейергә, моңло итеп йырларға, өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнарға маһир икән дә беҙҙең Баймаҡ районы малайҙары! Һәр береһендә иҫ китмәле талант! 10 - 12 йәшлек малайҙарҙы бер урынға туплап, ошондай матур, тәрбиәүи сара үткәргән, Балалар ижады үҙәге директоры
Әлмирә Дәүләтшинаға афарин тип әйтергә генә ҡала. Сөнки бындай саралар балаларҙа, бигерәк тә, малайҙарҙа бәләкәйҙән тыуған илгә, телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләргә ярҙам итә.