+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
4 Март 2019, 12:47

"Аманат"ҡа мәҙхиә

Тәбрик итәм тыуған көнөң менән, Теләктәрҙең иң-иң изгеһе. Күпте күргән "Аманат"ым,Һин бит үткәнемдең көҙгөһө.

"Аманат"ҡа мәҙхиә


Тәбрик итәм тыуған көнөң менән,

Теләктәрҙең иң-иң изгеһе.

Күпте күргән "Аманат"ым,

Һин бит үткәнемдең көҙгөһө.


Данлыҡлы "Пионер" ҙы

Уҡыған олатайым.

Яратып алдырғандар,

Әсәйем һәм атайым.


Ағайзарыма эләккән,

Журналдың "Аманат"ы.

Баштан аҙаҡҡа ҡәҙәре,

Уҡығандар яратып.


Ай һайын көтөп алғандар,

Яҙғандар хәбәр-хаттар.

"Йыл еңеүсеһе"лә булған,

Илһам ағайым хатта.


Яратҡан журналымды,

Үҙем дә көтөп алам.

Уҡып шиғыр-хикәйәлар,

Күңелемә ял алам.


Уйындарың да ҡыҙыҡлы,

Көләмәстәрең көлдөрә,

Фотоһүрәттәрең һинең,

Тормош йәмен белдерә.


Рәхмәт һиңә "Аманат"ым,

Байытаһың рухи яҡтан.

"Тиҫтерҙәрҙең ижады"ның,

Беләм шиғырҙарын яттан.


Ҡотло булһын Тыуған көнөң!

Мәңге йәшә, "Аманат".

Ярмуллин ағайҙарыма,

Башҡаларға ҙур рәхмәт!


Ишбулатова Зөлхизә, Иҫке Собханғол урта мәктәбенең 9- сы класс уҡыусыһы, "Тиҫтерҙәр ижады" түңәрәге ағзаһы.

Етәксеһе: Ишбулатова Миләүшә Ширғәли ҡыҙы
Читайте нас: