+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
13 Март 2019, 16:29

Бәхетлемен

Беҙгә Камила ҒӘББӘСОВА, Ғафури районы Красноусол Башкорт гимназия-интернаты уҡыусыһы яҙа.

Мин үҙемде бик бәхетле һанайым, сөнки мин бәхетле ғаиләлә тыуғанмын, бәхетле ғаиләлә үҫәм. Минең атай-әсәйем полиция хеҙмәткәрҙәре: атайым –подполковник, ә әсәйем – капитан. Уларҙың эштәре бик ауыр, ҡурҡыныс һәм яуаплы. Улар үҙҙәренең бар ғүмерен, көсөн, ваҡытын кешеләр тыныс йәшәһен өсөн бирҙеләр.

Әлеге ваҡытта атай-әсәйем хаҡлы ялда. Шуға ҡарамаҫтан, улар ҡура тултырып ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫырай, беҙҙе уҡытырға, аяҡҡа баҫтырырға тырыша.

Уларҙы бик йыш төрлө осрашыуҙарға саҡыралар. Беҙҙең гимназияға ла "Ғаиләм-ҡәлғәм" тип аталған кисәгә килделәр. Атайым да, әсәйем дә үҙҙәренең һөнәре тураһында һөйләне, һорауҙарға яуап бирҙе, уҡыусыларға матур теләктәрен еткерҙе. Мин бик ғорурланып ултырҙым һәм үҫкәс улар юлынан китергә, хәрби кеше булырға үҙемә маҡсат ҡуйҙым.


Камила ҒӘББӘСОВА, Ғафури районы Красноусол Башкорт гимназия-интернаты уҡыусыһы.
Читайте нас: