+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
13 Март 2019, 16:26

Салауат Юлаев музейына барып ҡайтыу бәхете тейҙе

Беҙгә Наҙгөл Шәмсетдинова, Салауат районының Әлкә мәктәбе уҡыусыһы яҙа.

6-сы март көндө беҙҙең 7-се синыф уҡыусыларының кәйефе шәп ине, сөнки әсәйҙәр менән бергә район үҙәге Малаяҙға Салауат Юлаев музейына барып ҡайтыу бәхете тейҙе.

Унда беҙҙе көләс йөҙлө Гөлназ Ғәзимйән ҡыҙы ихлас итеп ҡаршы алды. Башта беҙ 1907-1908 йылдарҙа төшөрөлгән фотаһүрәттәр кургәҙмәһен ҡарап сыҡтыҡ. Унда Миңдеш һәм Яхья ауылдары кешеләре, уларҙың тормошо күрһәтелгән. Һуңынан беҙгә Гөлназ Ғәзимйән ҡыҙы Салауат Юлаев музейы буйлап экскурсия үткәрҙе, беҙ бик ҡыҙыҡһынып тыңланыҡ. Беҙгә һәм беҙҙең әсәйҙәргә был экскурсия бик ныҡ оҡшаны.

Эй рәхәтләнеп күңел асып, ял иттек, шат йылмайыу, бәхет хистәрен мәңгеләштереп фотоға төштөк. Һәм тағы ла сәйәхәттәргә сығыу теләге менән янып, ҡайтыр юлға сыҡтыҡ.

Ошо экскурсияны ойошторғаны өсөн синыф етәксебеҙ Альбина Мырҙахан ҡыҙына, беҙҙе саҡырғаны өсөн музей директоры Зилә Әмин ҡыҙына, музей менән таныштырғаны, бик эстәлекле итеп һөйләгәне өсөн Гөлназ Ғәзимйән ҡыҙына, әсәйҙәргә һәм барлыҡ музей хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!


Наҙгөл Шәмсетдинова, Салауат районының Әлкә мәктәбе уҡыусыһы.
Читайте нас: