+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
15 Март 2019, 17:57

Минең ғаиләм.

Беҙгә Ҡарағолов Азамат, Бөрйән районы Байназар урта мәктәбенең 5 синыф уҡыусыһы яҙа.

Һәр кешенең дә һыйынырлыҡ, ял итерлек, төрлө мәшәҡәттәрҙе онотоп көс алып йәшәрлек йылы усағы була. Ә йылы усаҡ- ул ғаилә. Ғаиләнең ныҡлығы бер - береңде ихтирам итеүҙән, матур мөнәсәббәттән һәм бер бөтөн булып йәшәүҙән тора.

Беҙ ғаиләлә биш кеше - атайым, әсәйем һәм ике ағайым. Ғаиләбеҙҙә малайҙар ғына булһа ла беҙгә бар эштәрҙә уртаҡ, һис айырып тормайбыҙ. Беҙҙең ғаиләбеҙҙең девизы - "Һәр саҡ алға ынтылыу". Ағайҙарым миңә ике яҡтан ике терәк булып тора. Миңә һәр саҡ өлгө улар.

Айгиз ағайым БДУ- ның башҡорт филилогияһы һәм журналистика факультетының журналистика бүлеген тамамлап, бөгөнгө көндә Төркиәлә магистратурала уҡый, сит телдәр үҙләштерә. Ә Айбулат ағайым Өфөлә музыка училещеһында уҡый. Мин ағайҙарымдың ауылға байрамға, ялға ҡайтыуҙарын түҙемһеҙләнеп көтөп алам. Улар мине бөтә яҡшы яҡтарға, хатта бейергә, йырларға, тасуири итеп шиғыр уҡырға ла өйрәтә.

Беҙҙең ғаиләлә үҙ туған телебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләнә. “Үҙ милләтеңә кәрәкле кеше булырға, тыуған яғың менән ғорурлана белеү тик бала саҡтан һалынырға тейеш,” - ти әсәйем.

Беҙҙең әсәйебеҙ Рәзилә аҡыллы, эшһөйәр, сабыр холоҡло хужабикә. Бөтәбеҙҙе лә йәндәй күреп ярата, һәр яҡтан хәстәрләп кенә тора. Беҙҙең уңыштарыбыҙға һөйөнә. Үҙенең аҡыллы һәм матур кәңәштәре менән оҙата.

Ә ғаиләбеҙ тотҡаһы – ул атайым Альберт. Ул бик оҫта ҡуллы. Уның ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ул миңә эшләй алырлыҡ ҡына эштәрҙе ҡуша. Мин уға һәр саҡ ярҙамлашам. Атайым ауылда күп кешеләргә ағастан йорттар төҙөшә, ҡуралар һәм мунсалар бурай. Ул минең терәгем.

Ғаиләбеҙҙең үҙ йолалары ла бар. Һәр беребеҙҙең тыуған көндәрен билдәләйбеҙ, байрамдарҙа аш-һыу әҙерләп, бүләктәр бирешәбеҙ. Йәй көнө урманға сығабыҙ. Емеш-еләк йыйыуға ғаиләбеҙ менән йөрөйбөҙ. Ғаилә менән ҡура тултырып мал-тыуар тотабыҙ. Бигерәк тә атайым йылҡы малын ярата, ул яратыу миңә лә күсте тип әйтә алам. Миңә лә аттар оҡшай, уларҙы айырып тәрбиәләү, ашатыу кеүек эштәрҙә атайыма ярҙам итәм.

Былтыр районыбыҙҙа "Ғаилә" йылына ҡарата үткәрелгән “Йөрәк һүҙе” конкурсында ғаиләбеҙ менән ҡатнашып гран- при алыуға өлгәштек. Беҙҙең бөтәбеҙгә лә төрлө темаларға әҙәби китаптар уҡыу, шиғыр ятлау оҡшай. Мин үҙемә лә шиғыр һәм бәләкәй хикәйәләр яҙыу оҡшай.

Эйе, иң тәүҙә балалар ҡанатты тыуған нигеҙҙә - ғаиләлә нығыта бит. Шуға күрә лә һәр кемдең дә ғаилә усағы ныҡ булһын. Мин дә ғәзиздәрҙән ғәзиз кешеләремде һаҡларға, яҡларға көс һәм дәрт биреүсе усағыбыҙҙы бер ҡасан да һүрелтмәҫкә теләйем.

Ҡарағолов Азамат, Бөрйән районы Байназар урта мәктәбенең 5 синыф уҡыусыһы.


Читайте нас: