+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
25 Март 2019, 18:39

Ояһында ни күрһә...

Үҙеңдең кем икәнлегеңде белгең килһә, көҙгөгә түгел, балаңа ҡара. Ояһында ни күрһә ,осҡанда ла шул булыр, тигән бик тапҡыр халҡыбыҙҙың әйтемдәре бар.

Йылдар дауамында был матур әйтемдәрҙең дөрөҫлөгөнә инана барабыҙ. Тәртиптең әсәһе – тәрбиә. Ә тәрбиә бирмәйенсә тороп, балала ниндәйҙер кешелеклелек, изгелек, мәрхәмәтлелек кеүек матур һыҙаттар булыуы икеле. Элек-электән ата- олатайҙарыбыҙ тәрбиә эшен иң мөһимдәрҙән һанаған. Бала тәрбиәләүҙә ғаиләнең роле ҙур. Бөрйән районының Иҫке Собханғол мәктәбе базаһында үткән муниципаль ата-әсәләр йыйылышы ошоға асыҡ миҫал булды.


Тәбиғәт шарттары ҡырыҫ булыуға ҡарамаҫтан, йыйылыш үткән зал ата-әсәләр, етәкселәр, йәмәғәтселек вәкилдәре менән шығырым тулы булды . Район башлығы Р. Д. Шәрипов, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары А.Т. Әлибаков , Бөрйән башҡорттары ҡоролтайы рәисе, район мәғариф бүлеге начальнигы Р. Б. Шәрипов, райондың атайҙар Советы рәисе, Иҫке Собханғол мәктәбе директоры Ә.Ә.Әбдрәхимов, ауыл хакимиәте башлыҡтары,.ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәистәре , мәктәп етәкселәре, бала хоҡуҡтарын яҡлау инспекторҙары, социаль педагогтар, ата-әсәләр комитеты рәистәре – барыһы ла йылда ла үткәрелгән йыйылышта әүҙем ҡатнашты.


Район хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы Шәрипов үҙ сығышында бала менән ата-әсә араһындағы бәйләнеште нығытыу, балаларҙың киләсәгенә замандың төрлө кире елдәре ҡурҡыныс янамаһын өсөн тырышырға, был тәңгәлдә иғтибарлы булырға саҡырҙы. Киләсәкте бергәләп тәрбиәләгәндә генә һөҙөмтәгә өлгәшергә була. Был эш өҙлөкһөҙ һәм тейешле кимәлдә алып барылырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.


Бөрйән башҡорттары ҡоролтайы рәисе, район мәғариф бүлеге начальнигы Ришат Булат улы Шәрипов уҡытыу, тәрбиә, һәр урында, ғаиләлә балаларҙың һаулығын, ғүмерен һаҡлау, уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү иң ҙур бурыс булып тороуына миҫалдар килтереп, һөйләп үтте. “Үргә ос!” республика программаһы ҡарарҙарына ярашлы, мәктәптәрҙең биш көнлөк уҡыуға күсеүе буйынса аныҡлыҡ индереп китте. Ришат Булат улы ҡатнашыусыларҙы сәләмәт тормош алып барыуға өндәне. Шулай уҡ райондың һәр мәктәбе спорт залы спорт менән шөғөлләнеүселәр өсөн һәр саҡ асыҡ булыуын иҫтәренә төшөрҙө.


Йыйылышта ата- әсәләр ватсап аша бәйләнешкә инеп, һорауҙарына етәкселәрҙән яуап алды. Үҙ сығыштарында бәлиғ булмағандар эше буйынса район хакимиәтенең комиссия секретары Ләйсән Шәкирйән ҡыҙы Тажитова, район ғаиләне яҡлау үҙәге мөдире Йүлиә Әлфир ҡыҙы Бәхтиәрова сәләмәт бала тәрбиәләү юлдарын бәйән итһә, “Мәсем” үҫмерҙәр клубы методисы , район ата- әсәләр комитеты ағзаһы Флүрә Батыр ҡыҙы Әбдрәхимова - Мырҙағолова битарафлыҡ эҙемтәләре тураһында һөйләне. Иҫке Собханғол мәктәбенең үҙидаралыҡ Советы лидеры, 11 класс уҡыусыһы Айнур Маликов ата- әсәләргә балаларынан маҡтау һүҙҙәрен йәлләмәҫкә, яҡшы эштәргә дәртләндереп кенә торорға, бала киләсәктә ата- әсәнең копияһы буласаҡ икәнлеген онотмаҫҡа саҡырҙы.


Ошо уҡ мәктәп психологы Нурия Наил ҡыҙы Рысьянова ата-әсәләр менән психологик уйындар, зарядка үткәрҙе, “Яра уңалмай” исемле видеоролик күрһәтте.


Йыйылыш эшлекле шарттарҙа үтте.


Эйе, ата-әсә бала өсөн иң яҡшы кеше, иң ҙур авторитет. Улар аша баланың тормошҡа ҡарашы, кешеләргә мөнәсәбәте һәм ихтирамы тәрбиәләнә. Тәртипле, татыу ғаиләлә балалар ҙа сабыр холоҡло, әҙәпле, ихтирамлы булып үҫә. Сөнки улар иң яҡшы ике кешенең үҙ-ара ихтирамын көн һайын , минут һайын күреп үҫә. Бына ошо фекерҙе иҫтән сығармаһаҡ ине, хөрмәтле ата-әсәләр!!!


Сәйҙә Сәйәхова, Бөрйән районы



Читайте нас: