+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
1 Апрель 2019, 12:53

Бөрйәндә- башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары конференцияһы

28 мартта Иҫке Собханғолмәктәбенең тамаша залында “Федераль дәүләт белем биреү шарттарында башҡорттеле һәм әҙәбиәтен уҡытыу сифатын күтәреүҙең мөһим мәсьәләләре” темаһынабашҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район конференцияһы үтте.

10-12 апрелдә Өфөлә үтәсәк I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезына делегаттар һайлау һәм съезд программаһына тәҡдимдәр индереү маҡсатында 28 мартта Иҫке Собханғол мәктәбенең тамаша залында “Федераль дәүләт белем биреү шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу сифатын күтәреүҙең мөһим мәсьәләләре” темаһына башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район конференцияһы үтте.
Был эшлекле сарала мәғариф ветерандары, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары: Зәйтүнә Мазһар ҡыҙы Фәтхетдинова, Эльмира Фәхретдин ҡыҙы Әминева, Фәнүзә Фәсхетдин ҡыҙы Баймырҙина, бөгөнгө көндә лә Байназар мәктәбендә уңышлы эшләүсе Фәйрүзә Хәмзә ҡыҙы Ҡарағолова, Рәсәй Федерацияһы мәғариф алдынғыһы Рәхимә Фәтхетдин ҡыҙы Муллағолова, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғылары Рәйлә Ғәзизйән ҡыҙы Баязитова һәм Таңһылыу Әғзәм ҡыҙы Кинйәбаева, мәктәп етәкселәре, балалар баҡсаһы мөдирҙәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, Википедия эше буйынса ҙур эштәр башҡарыусы ихтирамлы әүҙем райондаш ағинәйҙәребеҙ – район ағинәйҙәр ҡоро рәисе Рәшиҙә Хәй ҡыҙы Ғиззәтуллина, Луиза Әбүталип ҡыҙы Юлдашева , Нәсимә Әхмәҙиә ҡыҙы Науразбаева, Көнһылыу Зәки ҡыҙы Ҡотлобаевалар ҡатнашты. Делегаттарҙы Зәйнәб Биишеваның “Башҡорт теле” шиғыры менән уҡытыусы-телселәр Фирүзә Кинйәбулатова менән Шәфҡәт Ғәликәевтар, Иҫке Собханғол мәктәбенең “Осҡон” бейеү ансамбле, уҡыусылар башҡарыуындағы йырҙар тәбриҡләп ҡаршы алды.
Конференцияла “Бөрйән районы белем биреү ойошмаларында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу торошо. 2019-2020 уҡыу йылына ҡуйылған маҡсаттар” темаһына методист Гөлназ Дамир ҡыҙы Мөхәмәтйәрова, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары район методик берекмәһенең эшмәкәрлеге” тураһында берекмә етәксеһе Резеда Ғәйзулла ҡыҙы Сәғитова, “Балалар баҡсаһында туған телдә белем биреүҙең өҫтөнлөктәре” темаһына тәрбиәсе Айгөл Ураз ҡыҙы Вәлиева сығыш яһаны. Бөрйән районы мәғариф бүлеге етәксеһе Ришат Булат улы Шәрипов ҡатнашыусыларға саҡырылған ветеран уҡытыусылар Зәйтүнә Мазһар ҡыҙы, Эльмира Фәхретдин ҡыҙы , күренекле википедист Көнһылыу Зәки ҡыҙы һәм башҡа саҡырылған ихтирамлы ҡунаҡтар өлгөһөндә киләсәкте төҙөүҙә, шәхес тәрбиәләүҙә иң изге теләктәрен еткерҙе. ҒАИЛӘЛӘРҘӘ ТУҒАН ТЕЛДӘ аралашырға саҡырҙы. “МӘКТӘПТӘРҘӘ КҮПМЕ БАШҠОРТ ТЕЛЕН УҠЫТҺАҢ ДА,ҒАИЛӘЛӘ ЮҠ ИКӘН, БАШҠОРТ ТЕЛЕН ҺАҠЛАП БУЛМАЯСАҠ.Туған телде һаҡлап ҡалыуҙың сере ябай- ғаиләлә башҡортса һөйләшергә кәрәк”, тигән фекерен белдерҙе ул. Мәктәптәрҙә, балалар баҡсаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу, фәнде тәрәнтен өйрәнеү буйынса беҙҙең районда проблемалар юҡ,тине. Биш көнлөк уҡыу системаһына күскән осраҡта ла башҡорт теле дәрестәренең юғалыуына юл ҡуйылмаясағын белдерҙе. Туған телендә иркен аралашҡан кеше башҡа телдәрҙе лә еңел үҙләштереүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Хөрмәтле ветерандарға Ришат Булат улы сәскәләр һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Артабан апрель айында Өфөлә үтәсәк I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезында Бөрйән районынан ҡатнашасаҡ делегаттар һайланды, резолюция ҡабул ителде.
Төшкө аштан һуң башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары район методик берекмә ултырышына йыйылып, оҫталыҡ дәрестәре ҡараны, тәжрибә уртаҡлашты,фекер алышты, киләсәккә пландар ҡорҙо.

Сәйҙә Сәйәхова, Бөрйән районы
Читайте нас: