+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
8 Апрель 2019, 14:03

Кескәйҙәр өсөн китап байрамы ойошторолдо

“Родина” кинотеатрында кескәй китап уҡыусылар өсөн байрам булып үтте. Ул Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды.

5 апрелдә баш ҡалабыҙҙың “Родина” кинотеатрында кескәй китап уҡыусылар өсөн ҙур байрам ойошторолдо. Ул Балалар һәм үҫмерҙәр китабы һәм музыкаһы аҙналағына йомғаҡ яһауға арналғайны.
Быйылғы аҙналыҡ күренекле шәхесебеҙ Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналып “Китап бәләкәй йөрәктәрҙә оло һөйөү уята” тип аталды.
Ошо ваҡыт эсендә Өфөнөң бөтә балалар китапханаларында Мостай Кәримдең тормошо һәм ижадына арналған төрлө әҙәби саралар үткәрелде Шуларҙың береһе шағирҙың шиғырҙарын тасури уҡыу конкурсы булды.Конкурста теләгән һәр кеше ҡатнаша алды.Ә иң оҫта шиғыр һөйләүселәр финалға сыҡты һәм “Родина” кинотеатрында үҙ-ара ярыштылар. Уларҙың оҫталыҡтарын балалар өсөн яҙған күренекле шағирҙар баһаланы.
Шулай итеп башланғыс класстар араһында Өфөнөң 38 балалар китапханаһынан Максим Гәрәев һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге үҙәк балалар китапханаһынан Екатерина Головкина, ә өлкән йәштәге уҡыусылар араһында Ксения Кордапольцева һәм Рөстәм Рәфғутдинов конкурстың еңеүселәре булып сыҡтылар.
Был байрамға Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Кәримованың килеүе бөтәһе өсөн дә ҙур шатлыҡ булды.Ул шиғыр һөйләүселәрҙең барыһына ла рәхмәт һүҙҙәре әйтеп, атаһының китаптарын бүләк итте.

Сәлиә Вәлиева, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге үҙәк балалар китапханаһы хеҙмәткәре.


Читайте нас: