+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
8 Апрель 2019, 13:00

Рәхмәтебеҙ ҙур

Дүртөйлөҡалаһының “Чебурашка” балалар баҡсаһы башҡаларға өлгө булырлыҡ!

Дүртөйлө ҡалаһының “Чебурашка” балалар баҡсаһында үҙ эштәрен яратып башҡарған тәрбиәселәр эшләй. Шуларҙың береһе – Зөлфирә Фәрит ҡыҙы Хәмзина.
20 тиҫтә йылдан артыҡ эшләп, меңләгән балаларҙы мәктәпкәсә тәрбиәләп, уларҙы белем усағына оҙатҡан ул. Бөгөн дә ең һыҙғанып балалар, ата-әсәләр менән төрлө-төрлө саралар үткәрә. Уның тырышлығы менән ойошторолған “Тыуған илем Башҡортостан” тип аталған байрам барыбыҙға ла бик оҡшаны. Сара ҡыҙҙарҙың бейеүе, малайҙарҙың йырлауы менән үрелеп барҙы. Балаларҙың шат тауыштары һәр саҡ шулай яңғырап ҡына торһон. Ойоштороусыһына - Зөлфирә Фәрит ҡыҙына эшендә уңыштар, таҙалыҡ, ғаилә бәхете теләп ҡалабыҙ.
Бер уңайҙан яратҡан журналыбыҙға ла ҡайнар ҡотлауҙар юллайбыҙ. “Аманат” журналы редакцияһына, хеҙмәткәрҙәргә ижади уңыштар теләйбеҙ!
Теләктәрҙең
иң-иң изгеләрен генә теләп: ата-әсәләр, баҡсаға йөрөүсе балалар исеменән Резеда Шәрәфетдинова.
Читайте нас: