+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
17 Апрель 2019, 18:24

Матур күңелле кеше ул

Ҡул эштәре менән бөтөнләй шөғөлләнмәгән кеше бармы икән? Уйлап ҡараһаң, кешелек донъяһы барлыҡҡа килгәндән алып кеше ниндәй ҙә булһа берәй нәмә эшләп ҡараған.

Быуаттар үтеү менән, ҡул эштәре ҡатмарлашҡан, ғәжәйеп гүзәл ижадҡа әүерелгән. Күҙ нурын түгеп, бөтә күңелен һалып башҡарған ҡулдан эшләнгән әйберҙәр һәр заманда ҡиммәтле бүләк һаналған, һанала ла. Матурлыҡ тыуҙырыусы кешенең күңеле лә яҡты була.

Әгәр ҙә минән матур күңелле кеше кем ул, тип һораһалар, шикләнмәйенсә уҡытыусым Асия Хәйретдин ҡыҙы Яхинаны атар инем. Сөнки ул беҙҙе беренсе синыфтан ҡул эштәренә өйрәтте. Баймаҡ балалар ижады үҙәгендә уҡыта ул. 27 йыл эшләй. Беҙгә, 1-се мәктәп уҡыусыларына шундай тәжрибәле уҡытыусының дәрестәренә йөрөү – оло бәхет! Ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән “Ҡул эштәре” берекмәһен төҙөп, шунда беҙҙе тегергә, бәйләргә, мәрйендән, ҡағыҙҙан ҡул эштәре эшләргә өйрәтә. Күмәкләшеп шау-гөр килеп, төрлө акцияларҙа, ижади конкурстарҙа ҡатнашабыҙ, күргәҙмәләр ойошторабыҙ, ололарға ярҙам итәбеҙ. “Изгелек донъяны ҡотҡарыр” акцияһын Асия Хәйретдин ҡыҙы тәҡдим итте. Беҙ был сарала оло инәй-олатайҙарға үҙебеҙ эшләгән ҡул эштәрен бүләк иттек. Улар шул тиклем ҡыуанды!

Уҡытыусыма эшендә уңыштар, һаулыҡ теләйем. Уның күңеле гел шулай гүзәл, яҡты булһын!


Эльмира Мөхәмәтйәнова, Баймаҡ ҡалаһы
Читайте нас: