+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
22 Апрель 2019, 22:19

Республиканың тыуған көнөн ҡотлап...

Красноусол башҡорт гимназия- интернатында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнап ойошторолған ҙур күләмдәге « Квазар» интеллектуаль уйыны үтте.

Каникул башланыуға бер- нисә көн ҡалғас, Красноусол башҡорт гимназия- интернатында айырыуса ҡыуаныслы атмосфера торҙо. Был каникул башлана тигән шатланыу түгел ине, ә гимназияла Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнап ойошторолған ҙур күләмдәге « Квазар» интеллектуаль уйыны ине.
Уйындың маҡсаты булып Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ байрамын шулай үҙенсәлекле билдәләп китеү торҙо. Әлбиттә, был уйында уҡыусыларға тыуған илдең тарихы һәм тормошо буйынса белемдәрен күрһәтергә кәрәк ине. Был яуаплы эште 10 « А » класс уҡыусылары үҙҙәренең тәрбиәсеһе Шәймәрҙәнова Гөлшат Миниғәле ҡыҙы етәкселегендә үҙ өҫтөнә алды. Һәм ул бик отошло,ҡыҙыҡлы һәм фәһемле килеп сыҡты.
Ҙур күләмле был уйында 5 кластарҙан алып 10 класҡа тиклем алты кешенән торған 12 команда ҡатнашты. Командаларға 14 станцияла туҡталып инглиз һәм рус теле, математика, физика, Башҡортостан тарихы, Башҡортостан әҙәбиәте, география, тарих фәндәре буйынса һынау тоторға тура килде. Бынан тыш уҡыусыларға спорт буйынса етеҙлектәрен, музыка буйынса отҡорлоҡтарын, мәҙәниәт буйынса этно белемдәрен күрһәтеү бурысы торҙо. Ә логика һәм интеллектҡа бәйле һорауҙар уҡыусыларҙан үҙенсәлекле фекерләүҙе талап итте. Уларҙың белемдәре, зирәклектәре һәр станцияла баллдар менән билдәләнде һәм станция еткселәренең ҡултамғаһы менән беркетелде.
Бар туҡталыштарҙа ла бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс эш биремдәре, һорауҙар булды. Әммә ләкин иң сағыуы Гөлшат Миниғәле ҡыҙы әҙерләгән туҡталыш булғандыр. Унда уҡыусыларға элек башҡорт халҡы тормошонда ҡулланылған көнкүреш предметтарының исемдәрен белергә кәрәк ине. Күп уҡыусыларҙың уларҙы танып-белеүҙә дөрөҫ яуаптары туҡталыш етәкселәрен хайран ҡалдырҙы.
Сәғәт ярым барған ярыштың һуңында уҡыусылар һәр станциянан алған Башҡортостандың карта киҫәген йыйып берләштерергә тейеш инеләр һәм был бурысты барыһы ла үтәп сыҡты.
Бына ярыш тамам! Барыһы ла түҙемһеҙләнеп тамашасылар залына һөҙөмтә белергә йыйылды. Кайһы команда алҡыштарға лайыҡ, ҡайһы команда иң күп балл йыйған? Был һорау һәр береһен борсоно. Командалар йыйған баллдар буйынса өлкән һәм урта класс уҡыусылары араһында урындар билдәләнде. 1-се урынды 9«Б»һәм 7«Б», 2-се урынды- 8«А» һәм 5«А», 3-сө урынды 10«Б»һәм 7«В» командалары яулаһа, «Абсолют еңеүсе» тип 7«А» командаһы танылды. Афариндар!!!
Был уйын уҡыусыларҙы коллективта эшләргә, бер- береңдең фекерен иҫәпкә алырға, үҙ-ара кәңәшләшергә өйрәттте һәм, әлбиттә, Башҡортостан Республикаһы буйынса белемдәрен тикшереүҙә ҙур эш булып торҙо. Улар был эштән бик шат һәм ҡәнәғәт ҡалдылар, мөмкинселек булғанда тағы ла ҡатнашыу теләген еткерҙеләр. Ошондай фәһемле, кәрәкле ярыш ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!

Луиза Ғәлиуллина, КБГИ

Читайте нас: