+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
24 Апрель 2019, 12:09

Музейҙа ҡунаҡта.

Беҙгә Учалы ҡалаһы 1-се башҡорт лицейы 5-се “Г” класс уҡыусыһы Регина Ғәйнетдинов яҙа.

Беҙ синыфташтарыбыҙ менән музейға экскурсияға барҙыҡ. Беҙҙең Тыуған яҡты өйрәнеү музейы ҡаланың уртаһында урынлашҡан . Ул ҙур һәм матур. Беҙҙе бик йылы ҡаршы алдылар. Унда беҙҙе залдан-залға йөрөттөләр, мауыҡтырғыс итеп һөйләнеләр. Музей бер-нисә залға бүленгән: этнография залы, тау байлыҡтары һәм тәбиғәт залы. Миңә тәбиғәт залы бик ныҡ оҡшаны. Унда тәбиғәтебеҙҙең матурлығын һүрәтләгән төрлө картиналар, үләндәрҙән эшләнгән гербарийҙар ҡуйылған . Шулай уҡ айыу, бүренең, мышы, болан һәм ҡоштар һындарын күрергә мөмкин.
Икенсе этнография залы ла бик ҡыҙыҡлы.Унда боронғо башҡорт халҡының йәшәү тормошо сағылдырылған. Бында уларҙың эш ҡоралдары, төрлө милли кейемдәре, биҙәүестәр, һауыт-һабалар ҙа бар.
Өсөнсө залда тау байлыҡтары, уларҙы табыу ысулдары тураһында бик күп мәғлүмәт алдыҡ.
Барыбыҙға ла музейҙа бик оҡшаны, тарихҡа ҡыҙыҡһыныу уятты. Ойоштороусыларыбыҙ класс етәксеһе Ғүмәрова Гөлнара Әхмәтхан ҡыҙына һәм Шәрипова Гүзәл Нур ҡыҙына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Регина Ғәйнетдинова,Учалы ҡалаһы 1-се башҡорт лицейы 5-се “Г” класс уҡыусыһы




Читайте нас: