+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
11 Май 2019, 21:38

Ябай һәм бай моңло башҡорт теле

Сәйҙә Сәйәхова, юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы беҙгә хат яҙа.

Ябай һәм бай моңло башҡорт теле
Асты миңә Йыһан ҡапҡаһын.
Кем йөрәге тибә башҡортмон тип,
Ғәзиз телен һөйөп һаҡлаһын.
Мөнир Ишбулатовтың ошо уйланырлыҡ шиғри юлдары менән башланып китте бөгөнгө көндә ике Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары уҡытҡан районыбыҙҙағы иң ҙур мәктәптәрҙең береһе, бер быуатлыҡ яҡын тарихҡа эйә булған,күп һанлы республика кимәлендә алдынғы уҡыусылары менән данлы Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбендә "I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы делегаттарының оло ҡор тәьҫораттары менән уртаҡлашыу һәм съезд ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу юлдарын эҙләү"темаһы буйынса башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик семинары. Семинарҙа ҡатнашыусыларҙы мәктәп коллективы йылы ҡаршы алды. Район мәғариф бүлеге методисы Гөлназ Дамир ҡыҙы Мөхәмәдйәрова етәкселегендәге был семинарҙың тәүге өлөшөндә 5-се класта Мостай Кәримдең “Бөжәк апа” хикәйәһе буйынса башҡорт әҙәбиәтенән Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, быйылғы йылдың “Мостай Кәрим – изгелек һәм тыныслыҡ йырсыһы” республика уҡытыусылар конкурсы еңеүсеһе, юғары категориялы уҡытыусы Фәйрүзә Хәмзә ҡыҙы Ҡарағолова заман технологиялары менән һуғарылған бик фәһемле әҙәбиәт дәресен күрһәтте. Фәйрүзә Хәмзә ҡыҙының дәресендә уҡыусылар бер-береһенә ҡарата ихтирамлы, иғтибарлы, матур мөғәмәләлә булырға өйрәнде.Мөғәллимдәр был дәрестән бик ҙур тәжрибә тупланы.Артабан съезд делегаты, ошо олуғ ҡорҙа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән юғары исемгә лайыҡ булған юғары категориялы уҡытыусы Рәсимә Рауил ҡыҙы Баязитова районыбыҙҙың танылған шағирәһе Айһылыу Ғарифуллина менән осрашыу үткәрҙе.Осрашыуҙа шағирә менән уҡыусылар араһында иркен аралашты. Был осрашыуҙан балалар шағирәнең балалыҡ йылдары, тормошо, ижады менән яҡындан танышты. “Әҙибә тураһында беләһеңме?” исеме аҫтындағы һорауҙар һандығын асыу ярышында уҡыусылар ҙа, телселәр ҙә ихлас ҡатнашып, иң күп белеүселәр йондоҙҙарға эйә булып ҡыуанды.Был ярышта һәр уҡыусының күңелендә яҙыусы ижадына, уның үҙенә ҡарата тағы ла ныҡ ҡайнар һөйөү тойғоһо уянғанлығы уларҙың ихласлығынан күренде. Шағирәнең тәрбиәүи юҫыҡтағы матур әңгәмәһе бик тә фәһемле, ҡыҙыҡлы ла булды. Бөтәбеҙҙең дә яратҡан шағирәбеҙ Айһылыу Ғарифуллинаның уҡыусылар тарафынан уҡылған шиғырҙарын яратып тыңланыҡ.Осрашыу йылы тойғолар уятты.Уҡытыусылар кәңәшмә һуңында тәҡдимдәрен әйтеп,үҙ-ара фекер алыштылар,алдынғы тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар. Артабан Рәсимә Рауил ҡыҙының “Уҡыусыларҙың ижади
һәләтен үҫтереү” темаһына сығышын, заман технологиялары, ят алымдар менән һуғарылған оҫталыҡ дәресен семинарҙа ҡатнашыусылар яратып ҡабул итте. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмә етәксеһе, мәртәбәле съезд делегаты , Иҫке Собханғол мәктәбенең юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Резеда Ғәйзулла ҡыҙы Сәғитованың сығышы бик фәһемле булды. Ул съезд тәьҫораттары , ҡыуаныстары, яңылыҡтары менән бүлеште. Унда ҡабул ителенгән ҡарарҙар менән таныштырып, хеҙмәттәштәрҙе ошо ҡарарҙарҙы күмәкләп тормошҡа ашырғанда ғына, һөҙөмтәгә ирешергә була тигән етди фекерен белдерҙе. Был сығыш оло ҡор барышын сағылдырған презентация оҙатыуында барҙы. Бөрйән районы мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса метолисы Гөлназ Дамир ҡыҙы Мөхәмәдйәрова , съезд делегаты булараҡ, матур яңылыҡтар менән таныштырып,белем сифатын күтәреүгә нисек ирешергә кәрәклегенә методик кәңәштәрен бирҙе, милли матбуғатҡа яҙылыу кампанияһында уҡытыусыларға әүҙем булырға саҡырҙы. Ул шулай уҡ туған телгә һөйөү уятыу, өйрәтеү тәүгәлендә балалар баҡсаһында, башланғыс кластар звеноһында ҡул ҡаушырмаҫҡа кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Улай уҡ көндөҙгө лагерҙарҙа Мәрйәм Бураҡаева авторлығындағы “Йәйләү” программаһы буйынса эште ойоштороу кәрәклеген дә әйтте. Был туған телгә өйрәтеүҙең матур бер алымы, тине ул.
Һабаҡ бирерлек семинар буйынса фекер алышыуҙарҙа Иҫке Монасип мәктәбенән А.Абдуллина,Иҫке Собханғол мәктәбенең Р.Сәғитова, Х.Вәлиуллина, Әбделмәмбәт мәктәбенән Ш. Ғәликәев,Ғәлиәкбәр мәктәбенән Ә.Мөхәмәтов һәм башҡалар төплө анализ яһап, сараның юғары кимәлдә үтеүен билдәләнеләр,методик кәңәштәрен бирҙеләр,шулай уҡ ҡуйылған бурыстарҙың актуаллеген ,семинарҙың ғәмәли яҡтан да бик әһәмиәтле булыуын әйттеләр. Алдынғы ҡарашлы уҡытыусы Фәйрүзә Хәмзә ҡыҙының, Рәсимә Рауил ҡыҙының эш тәжрибәһенең күп яңы алымдары тураһында ла һөйләнелде был сарала.
“Белемле быуын -илебеҙҙең яҡты киләсәге .” Был ҡанатлы һүҙҙәр бөгөнгө заман уҡытыусыһын йәш быуынды тәрбиәләүҙә әйҙәүсе девиз булараҡ,һәр саҡ ҡанат ҡуйып торасағына шик юҡ.Был семинарҙың ил-Йорт кимәлендә үткән олуғ съезд ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуҙа файҙалы яғы бик ҙур булды һәм юғары кимәлдә үтте.
Сәйҙә Сәйәхова, Байназар мәктәбенең Мәһәҙей филиалының юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы
Читайте нас: