-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
24 Май 2019, 13:47

Бала күңелле шағирә

Фатима Мостафина исемендәге 20 – се башҡорт гимназияһынан яҙалар.

З.Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн китаптар әленән әле сығып тора. Улар араһында әҙәбиәттең классигына әйләнгән М.Ғафури,М.Кәрим,З.Биишева,Д.Бүләков китаптары менән бер рәттән, хәҙерге яҙыусыларҙың да әҫәрҙәре йыш донья күрә.
Балалар һәм үҫмерҙәр редакцияһының мөдире Әлфиә Әсәҙуллина ошо йүнәлештәге эшмәкәрлекте теүәл,системалы алып бара. Әлфиә апай үҙе лә балалар өсөн “Сайҡала сауҡалар”,”Күбәләк күлдәк ҡотлата”,”Ҡояшҡа кейҙерәм”,”Ысыҡлы ҡояш”,”Һанашмаҡтар”,”Һәр бер һөнәр кәрәкле”,”Хыял осошо” тигән шиғри йыйынтыҡтар авторы. Уның шиғырҙары мәктәп дәреслегенә,кластан тыш уҡыу китабтарына керетелгән.Шағирәнең юбилей айҡанлы, М.Ғафури исемендәге әҙәбиәт музейында үткәрелгән сараға ҡәләмдәштәре, мәктәп уҡыусылары һәм әҙәбиәт һөйөүселәр йыйылғайны.Кисәне асып,Башҡортостан яҙыусылар Союзы, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты З.А.Әлибаев: “Әлфиә Әсәҙуллина башҡорт шиғриәтендә лирик шағирә булараҡ ҡына танылманы, ә балалар әҙәбиәте өлкәһендә бихисап әҫәрҙәре менән күп уҡыусыларҙың күңеленә һуҡмаҡ һалды,” – тип билдәләне. Шулай уҡ кисәлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡ.Аралбаев, халыҡ яҙыусыһы Т.Ғарипова,С.Юлаев исемендәге премия лауреаты Р.Камал, шағирә З.Фәйзуллина һәм башҡалар шағирәнең ижады хаҡында матур фекерҙәре менән бүлеште.

Кисәнең иң матур өлөшөндә Фатима Мостафина исемендәге 20 – се башҡорт гимназияһының 4б класы уҡыусылары Әлфиә Әсәҙуллинаның төрлө йүнәлештәге шиғырҙарын яттан һөйләне.Бигерәк тә,Таймасова Ләйсән,Бикбаев Байрас,Шәрипова Алтынай, Усманов Әмир,Сагадатова Вилена,Сагадатова
Гөлдәриә,Атнағолова Наилә,Даянов Тимерхан,Сөләймәнова Эльвираларҙың шиғырҙары барыһына ла хуш килде.

Кисәнең аҙағында иҫтәлеккә фото төштөк һәм автографын алып ҡыуандыҡ.

Разия Ғәйнуллина

Педагог-китапханасы
Фатима Мостафина исемендәге 20 – се башҡорт гимназияһы

Читайте нас: