Сарала ҡатнашыусыларҙы мәктәп коллективы йылы ҡаршы алды. Килгән ҡунаҡтарҙы Яңы Собханғол филиалы етәксеһе Гәрәй Миңлеғәли улы Йомағолов яңы асылған мәктәп -балалар баҡсаһының дөйөм хәл-торошо, йәшәйеше менән таныштырып экскурсия ойошторҙо.
Семинарҙың тәүге өлөшө, мәктәптең тарих уҡытыусыһы Гөлдәр Рәхимйән ҡыҙы Ҡолдлбаева етәкләгән бай тарихлы, боронғолоҡто, үткәнде һаҡлаған мәктәп музейы менән танышыу тик йылы тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы. Мәктәптең уңыштарын барлағанда, был мәктәптә бик күп район, республика конкурс-фестивалдәре, олимпиадалары еңеүселәре барлығы һоҡландыра.
Иң тәүҙә район мәғариф бүлегенең методика кабинеты мөдире Илүзә Зиннур ҡыҙы Ырыҫбаева ҡатнашыусыларҙы методик Советтың йомғаҡлау ултырышының көн тәртибе менән таныштырҙы һәм ошо мәктәп тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреү өсөн һүҙҙе уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Альбина Йомағол ҡыҙына бирҙе. Артабан район мәғариф бүлеге етәксе урынбаҫары Ирәмән Ирғәле улы Баймырҙин уҡыусыларҙы алда көткән имтихандар, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре, биш көнлөк уҡыуға күсеү буйынса өҫтәлмә мәғлүмәттәр еткерҙе һәм башҡа яңылыҡтар менән таныштырҙы. Мәғариф бүлегенең методика кабинеты мөдире И.З. Ырыҫбаева сығышы бик фәһемле булды. Илүзә Зиннур ҡыҙы мәғариф яңылыҡтары менән таныштырып, 2018/2019 уҡыу йылының эш һөҙөмтәләре, мәктәптәрҙең рейтингтары, мәғариф яңылыҡтары менән таныштырып,белем сифатын күтәреүгә нисек ирешергә кәрәклегенә методик кәңәштәрен бирҙе.
Шулай уҡ райондың алдынғы уҡытыусылары Иҫке Собханғол мәктәбенең география уҡытыусыһы Айһылыу Риф ҡыҙы Шәмиғолованың, Әтек мәктәбенең музыка уҡытыусыһы Зөлфиә Фәйзулла ҡыҙы Исламованың, география уҡытыусыһы Михаил Николаевич Грецуның, Яңы Усман мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Зөлфирә Ағзам ҡыҙы Йосопованың, Байғаҙы мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Миләүшә Юлай ҡыҙы Кәбированың, Яңы Собханғол мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Альбина Фаил ҡыҙы Кинйәбаеваның, Яңы Усман мәктәбенең мәктәпкәсә төркөмө тәрбиәсеһе Тәнзилә Хәмитйән ҡыҙы Мәзитованың, Иҫке Монасип мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Самат ҡыҙы Ишемғужинаның, 1-се һанлы Иҫке Собханғол балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Нәйлә Әхмәт ҡыҙы Ишкильдинаның , Байназар мәктәбенең музыка уҡытыусыһы Нәсимә Сабир ҡыҙы Салауатованың, Мәһәҙей мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәхованың педагогик эш тәжрибәләре менән уртаҡлашыу бик файҙалы булды, сараға мәртәбә генә өҫтәне.
Директор урынбаҫарҙары Иҫке Собханғол мәктәбенән Ф.Н.Ғүмәрова, Байназар мәктәбенән Г.Х.Сәғитова һәм башҡалар, район методик ойошма етәкселәре йыллыҡ уҡытыу-тәрбиә эшмәкәрлегенә отчет –информация-анализ яһанылар. Улар методик Советтың йыллыҡ эшенә төплө анализ яһап, сараның юғары кимәлдә үтеүен билдәләнеләр, методик кәңәштәрен бирҙеләр, шулай уҡ ҡуйылған бурыстарҙың актуаллеген, семинарҙың ғәмәли яҡтан да бик әһәмиәтле булыуын әйттеләр. Алдынғы ҡарашлы уҡытыусыларҙың эш тәжрибәһенең күп яңы алымдары тураһында ла һөйләнелде был сарала. Ултырышта ҡатнашыусылар кәңәшмә һуңында тәҡдимдәрен әйтеп, үҙ-ара фекер алыштылар, кәңәшмәнең резолюцияһын ҡабул иттеләр. Шулай уҡ үткән уҡыу йылына байҡау яһап, яңы уҡыу йылына бурыстар билдәләнеләр.
Йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү өлкәһендә беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ икәнлегенә инанып ҡайттыҡ был семинарҙан. Был сараның файҙалы яғы бик ҙур булды һәм юғары кимәлдә үтте.
Сәйҙә Сәйәхова, Байназар мәктәбенең Мәһәҙей филиалының юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы