-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
28 Май 2019, 18:46

Силәбе өлкәһендә башҡорт теле уҡытыусыларының беренсе съезды үтте.

Сарала педагогтар ассоциаға тупланырға ҡарар итте.

Конференцияла төбәктең 5 районынан һәм Ҡорған өлкәһенән 25-тән ашыу уҡытыусы ҡатнашты. Түңәрәк өҫтәл артында педагогтар телде уҡытыуға арналған темалар тураһында һөйләште.
Сараға Башҡортостандандың мәғариф өлкәһендәге белгестәр ҙә килде. Улар яңы технологияларҙы уҡыу процесына индереү тураһында сығыш яһаны. Мәҫәлән, популяр уйын «Майнкрафт» нигеҙендә ҡоролған
«Зәрҡүм» уйыны республикала ҙур ҡыҙыҡһыныу уята икән. Силәбеләр ҙә уны ҡуллана ала.
Шулай уҡ башҡорт теленән уҡыу программаһы һәр өлкә өсөн дөйөм һәм уны интернеттан күсереп алып була. Ә башҡорт теленән региональ уҡыу программаһы Силәбе өлкәһе өсөн әлегә әҙерләнмәгән. Дөйөм әйткәндә, башҡорт телен программа буйынса һәр төбәктә лә берәр сәғәт уҡытып була. Ә ата-әсәләрҙән ғариза тик туған тел булараҡ уны һайлау өсөн генә талап ителә.
Әлеге көндә өлкәнең күпселек мәктәптәрендә башҡорт теле түңәрәк булараҡ ҡына алып барыла. Был үҙ сиратында уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра.
Башҡорт теленән әсбәптәр етмәүе һәм уларҙың федераль стандарттарға яраҡлашытырылыуы хәл ителгән. Директорҙарҙы хәҙер дәреслектәрҙе һатып алыуға аҙ аҡса бүленеүе борсой.
Уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтында башҡорт теле буйынса методист кәрәклеген Сосновка районының Сирүси мәктәбе директоры Әлфиә Ҡотлохужина күтәреп сыҡты. Әлфиә Салауат ҡыҙы башҡорт бейеүен лә иғтибар итергә саҡырҙы. Ғөмүмән, башҡорт теле уҡытыусыларына, милли ойошмаларға һәм киң мәғлүмәт сараларына бергәләп эшләү күптәрҙең сығышыда яңғыраны. Силәбе өлкә башҡорт теле уҡытыусылары ассосиацияһын ойоштороу ҙа конференцияла күтәрелде. Уны педагогтар дәррәү хупланы һәм Ҡамса Мортазинды етәксе итеп бер тауыштан һайлап ҡуйҙы.
Конференцияла ҡатнашыусылар балаларҙы башҡорт телен өйрәнеүгә йәлеп итеүсе саралар тураһында ла аралашты. Тел балалар баҡсаһынан уҡ индерелә башларға тейеш, тигән фекер менән күптәр ризалашты. Силәбеләр был юҫыҡта эш башлаған да инде. Арғаяш районының Дәрүиш ауылының балалар баҡсаһында башҡортса спектаклдәр ҡуйыла, Арғаяш Аграр техникумында башҡорт телен белгән тәбиәселәр әҙерләү буйынса белгестәр әҙерләнә башлаясаҡ. Был мәсьәлә буйынса уҡыу йортоноң директоры Ольга Әминева һәм төбәктәге Башҡортостандың даими вәкиле Амур Хәбибуллин һөйләшеүҙәр алып бара.
«Ағинәйҙәр» ойошмаһы рәйесе Рабиғә Бикбулатова баларҙы туплап, уларға «Урал батыр» эпосын өйрәтә. Башҡорт мәҙәниәте үҙәге рәйесе Венера Аҡмөхәмәтова ойошманың Үрге Өфәлей ҡалаһындағы филиалы 41 балаға башҡорт теле серҙәрен өйрәтә, тип хәбәр итте.
Уҡытыусылар конференцияла башҡорт телен уҡытыуҙы һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү тураһында төрлө фекерҙәрен еткерҙе. Бәхәсләшеп тә алды. «Уралым» телетапшырыуы һәм гәзитенең баш мөхәррире Нурия Иҡсанова уҡытыусы эшен журналист эше менән сағыштырҙы һәм үҙ эшмәкәрлеген киңерәк яҡтыртыу тураһында кәңәш итте. Бының өсөн «Уралым» ижади төркөмө һәр ваҡыт ярҙаға килергә әҙер. Уҡытыусы һәр кемгә үрнәк, уның һүҙенә халыҡ ҡолаҡ һала. 90-сы йылдарҙа Башҡортостан суверинетытын яулағанда, тап уҡытыусыларға ил башлыҡтары таяна, бөгөн дә телде һаҡлауҙа уҡытыусыларға ҙур өмөт бағлана.
Сара Силәбе дәүләт университетында урынлашҡан музейға сәфәр һәм концерт номерҙары менән тамамланды. Уҡытыусыларға маҡтау хаттары тапшырылды.
Текст һәм фото «Уралым» ижади төркөмөнө тарафынан әҙерләнгән