+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
11 Июнь 2019, 19:29

ЫСЫН УҠЫТЫУСЫ!

Быйылғы уҡыу йылында класы менән "Аманат" журналына яҙылдылар, редакция ебәргән Маҡтау Грамотаһы алып ҡыуандылар.

Ибрай ауылына күсеп ҡайтып, беренсе тапҡыр мәктәпкә аяҡ баҫҡанымды бөгөнгөләй хәтерләйем. Август урталары ине. Бөтә бүлмәләр ҙә бикле, тик бер бүлмәнең генә ишеге асыҡ. Унда ремонт бара. Башланғыс класс уҡытыусыһы Дауытова Миңнур Нуритдин ҡыҙының бүлмәһе икән. Ҡыҙыҡһыныуыма:

- Башҡа бүлмәләрҙә ремонт бөткәндер ул, әллә ниңә оҙаҡлап, һуңға ҡалынды шул, - тип үҙе эшләй, үҙе йылмайып ҡына һөйләй.

Уҡыу-уҡытыу торошо тураһында һүҙ сыҡҡас, йылмайып ҡына башта уйлап ала ла, шунан яуап бирә.

“Бына ҡайһылай була ысын уҡытыусы!” – тип һоҡландым шул саҡ Миңнур Нуритдин ҡыҙына.

“Ысын уҡытыусы!” Уның тураһында ошо фекерҙе 2002 йылда Ейәнсурала үткән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының республика фәнни-ғәмәли конференцияһы үткән саҡта Дауытова М.Н күрһәткән асыҡ дәрес хаҡында яҙған “Башҡортостан” гәзите хәбәрсеһе Фәүзиә Латипова үҙенең "Фиҙаҡәрлек дәрестәре" исемле мәҡәләһендә лә ла яҙғайны. ("Башҡортостан"гәзите, 2002 йыл, 15 май, № 95). Ул был сара тураһында гәзиттә алты полоса яҙһа, шуның тотош бер полосаһы Миңнур Нуритдин ҡыҙына бағышлағайны. Шул мәҡәләнән бер өҙөк килтерәм: “Ул – ябай ауыл уҡытыусыһы. Тыныс, баҫалҡы тауышлы. Уйсан йөҙлө, әммә һәр баланы күҙ уңынан ысҡындырмай торған үткер ҡарашлы. Шул уҡ ваҡытта үҙе, балалары, һабаҡ биргән дәресе, тыуған ере, туған теле араһында һиҙелер-һиҙелмәҫлек нескә бәйләнеш урынлаштырғанында “уҡытыусы” тигән исемдең бөйөклөгөнә инандырған осҡондар һибелеп ҡала. Ибрай урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Миңнур Нуритдин ҡыҙы Дауытова дәресендә ултырғанда уның тап ошондай портреты һынланды. Был көндө уның II класс уҡыусылары менән “Исемдәр, атамалар” темаһын йомғаҡлауға арналған ғәҙәти эш сәғәте ине. Башта телевидениенан сығыш яһаусы ролендә балалар тыуған ил, Ватан тураһында шиғыр һөйләне, йыр башҡарҙы. Педагогтың маһирлығы йәш күңелдәрҙең уй-зиһенен тыуған яҡтарына йүнәлтте. Артабан инде балалар тотошлайы менән үҙҙәре йәшәгән тирә-йүндең күңелде арбарлыҡ мөхитенә сумды. Улар үҙҙәре ер-һыу атамаларын иҫтәренә төшөрҙө, уларҙың килеп сығыу тарихын күҙалланы, фекер уйнатып, халыҡ ижадын айҡаны... Ҡабра тауына менеү - ауыл балаларының иң яратҡан шөғөлө, тик бының өсөн Һүрәм йылғаһы аша сығырға кәрәк. Ә ул быйыл ныҡ ташҡан. Ана бит, һүрәттән үк уның алҡынып-тулҡынып аҡҡаны күренә. Отҡор исемле робот ярҙамында балалар йылға аша һүҙ-күпер һалды, доминоларҙы ҡушып, уның ян-яғына мәҡәл-тотҡалар ҡуйҙы. Йылға аръяғындағы болон сәскәләре менән һөйләште, ағастарға, ҡоштарға ҡундырҙылар: балалар үҙҙәренең яғын төйәк иткән өкө, ябалаҡ, ҡарға, ҡарлуғас, һандуғас, ҡор, турғай, сәпсек, бөркөттө танып бөткән. Ыласын да урманға килеп сыҡҡан. Уны тау башына ултыртып, бәләкәй генә хатаны төҙәтеп ҡуйҙылар. Урман кейектәрен ҡурҡытмаҫ , бала сығарыуҙарына ҡамасауламаҫ өсөн шым ғына һөйләштеләр, тәбиғәтте һаҡлау илде һаҡлауға тиң икәнлеген йөрәктәре менән тойҙолар... Дәрескә бүленгән ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Балалар эшкә шул тиклем мөкиббән китте, хатта эргәләрендәге ҡунаҡтарға иғтибар ҙа итмәй, бик әүҙем эшләне, яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яҙылышын туп уйыны аша хәтерҙәренә һеңдерҙе, уҡынылар ҙа, яҙҙылар ҙа. Тыуған ил тураһында атай-әсәйҙәренән һорашып килгән мәҡәлдәр менән теманы нығытып ҡуйҙылар. Ә уҡытыусы ҙур оҫталыҡ, маһирлыҡ, педагогик нескәлек менән балаларҙы тыуған төйәгенә, туған теленә тағы ла нығыраҡ эҫендерҙе, улар үҙҙәрен башҡорт иленең, башҡорт теленең бер бөтөнө итеп тойҙо... Дәрес менән һиҙҙермәйсә, әммә үтә лә килештереп кенә етәкселек иткән педагог Миңнур Дауытованы оҫта дирижер менән сағыштырмау мөмкин түгел. Тышҡы тыйнаҡлығынан уның нимә уйлағанын танып булмаһа ла, дәресенә ҡарап, күңелендә, йөрәгендә ижад ҡуҙы дөрләүе һиҙелә. Ошо ут балаларҙың булмышына тыуған еренә, туған теленә һөйөү осҡоно булып инә лә ғүмер буйына оҙатып йөрөй. Бына ниндәй була ул ижад ҡуҙы."

Ысын уҡытыусы! Фәүзиә Латипова менән фекерҙәребеҙ тап килгәнгә, ғәжәпләнеп тә ҡуйғайным. Ошо ике һүҙгә ғүмере буйы тоғро Миңнур Нуритдин ҡыҙы. Аҙаҡтан бөтә бергә эшләү дәүерендә күп төрлө саралар, байрамдар, эштәр, юлдар бергә үтелде уның менән. Ҡанына юғары интеллект һалынған, әҙәп-әхлаҡи принциптарына һәр саҡ тоғро ул. Шуның өсөн дә уҡытыусы өсөн булған юғары баһаға - Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы исеменә лайыҡ.

Дауытова Миңнур Нуритдин ҡыҙы хеҙмәт ветераны менән бер рәттән, спорт ветераны ла. Сибай педагогияһы училищеһында уҡыған саҡта саңғы буйынса ГТО чемпионы булып, фотоһы "Спорт алдынғылары" таҡтаһында эленеп тора. Училищенан биш ҡыҙ бөтә Башҡортостан ҡалалары педучилищелары араһында беренселекте яулап, Ҡаҙан ҡалаһыдағы ярышҡа барып, ҡатнашып ҡайталар. Саңғыны ул олоғайғас та ташламай. 41 йәшендә районда 40-50 йәшлектәр араһында ярышта I урынды яулай.

Хеҙмәт юлын ул 1980 йылда Юлдаш мәктәбендә башлай. Ә икенсе йылына Ибрай мәктәбенә ебәрелә һәм ошонда ғүмерлек мөхәббәте Айрат ағайҙы осрата. Уларҙың өс балалары бар - Илнур, Марат, Гөлсәсәк. Шуныһы ҡыуаныслы, Илнур ҙа, Марат та өйләнеп, тыуған ауылдары Ибрайҙа өй һалдылар, мәктәп, ауыл сараларында һәр саҡ бағымсы булып ҡатнашалар. Гөлсәсәк Өфө нефть университетының Салауаттағы филиалында уҡып йөрөй.

Зәйнәб Биишеваның "Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул!" тигән ҡанатлы юлдары тап Миңнур Нуритдин ҡыҙы хаҡында әйтелгән кеүек. Ул әсәһе Гәүһәр, бейеме Йәмилә өсөн өҙөлөп тора. Әсәһе ҡаты ауырығанда бер йәй Миңнур апай хөрмәтендә йәшәне. Гәүһәр апай кире Буранғолона ҡайтырға булғас, Миңнур апай аят ашына саҡырҙы. Шул аят ашында уның әсәһенә, бейеменә булған хөрмәтен күреп һоҡландым. Килендәре Гөлнара менән Алсуҙы ла үҙ ҡыҙҙарылай күреп, хәстәрләп, ҡурсалап ҡына тора. Ейәне Айназ, ейәнсәре Айгизәнең бәхетен күреп, оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын һиңә, Миңнур апай! Ике-өс йыл элек ауырып китеп, Миңнур апай операция яһатты. Ләкин бер ваҡытта ла уның мәктәптә һытыҡ йөҙ менән йөрөгәнен күрмәнем. Һәр саҡта матур кейенгән, йөҙөндә тыйнаҡ йылмайыу. Шулай булалыр инде ысын уҡытыусы!

Быйылғы уҡыу йылында класы менән "Аманат" журналына яҙылдылар, редакция ебәргән Маҡтау Грамотаһы алып ҡыуандылар. Һуңғы ҡыңғырау тантанаһында Миңнур Нуритдин ҡыҙы 4-се класын сығара, улар менән хушлашты.


Земфира Аҡбутина,

РФ һәм БР Журналистар берлеге ағзаһы.
Читайте нас: