+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
14 Июнь 2019, 20:37

Ҙур булмаған китапхана ҙур эштәр башҡара

Беҙ Өфөнөң 9-сы мәктәбендә 3-сө синыфта уҡыныҡ. Уҡытыусыбыҙ Ҡорбанаева фамилиялы апай (уның Зәйнәб Биишеваның апайы икәнлеген үҫкәс кенә белдем) ул саҡта “Крупская” тип аталған китапханаға бөтөн синыф менән алып барып яҙҙырҙы.

Китапхана һүҙе минең өсөн бик кескәй саҡтан “тылсым өйө” кеүек яңғырай. Беҙ Өфөнөң 9-сы мәктәбендә 3-сө синыфта уҡыныҡ. Уҡытыусыбыҙ Ҡорбанаева фамилиялы апай (уның Зәйнәб Биишеваның апайы икәнлеген үҫкәс кенә белдем) ул саҡта “Крупская” тип аталған китапханаға бөтөн синыф менән алып барып яҙҙырҙы. Синыфташтарым ул китапханаға йөрөнөмө, юҡмы – уныһы иҫемдә ҡалмаған ә бына Аҫылбикә Ишбаева менән мин был бинаның тылсымын беренсе көндән үк тойҙоҡ. Беҙгә балалар йортонан сығып китапханаға йөрөргә рөхсәт иттеләр. Аҫылбикә менән беҙ яҙылған бүлеккә етәкләшеп барабыҙ ҙа, ул: “Миңә яҙыусылар тураһында китап бирегеҙ әле” – тип һорай. Ә мин: “Миңә рәссамдар тураһында китап бирегеҙ” – тием. Шулай итеп, башланғыс синыфтарҙа уҡығанда уҡ крепостной рәссам Василий Тропинин, төрлө жанрҙарҙа ижад иткән Павел Федотов, портретсы Василий Перов тураһында ҡыҙыҡһына башланым. Ул рәссамдар йәшәгән йылдарҙа фото сәнғғәте үҫешмәгән булған һәм беҙ бик күп яҙыусыларҙың портреттарын рәссамдарҙың картиналарынан ҡарап белдек. Мин Аҫылбикәгә рәссамдар тураһында һөйләйем, ә ул миңә – яҙыусылар, уларҙың тормошо тураһында һөйләй. Йәл, һуңынан беҙҙең уҡыу йортон Рәсәй урамына күсерҙеләр. Мәктәп китапхананан бик алыҫта урынлашҡан ине. Әммә күңелдә китапханаға һөйөү нығынғайны инде. Мәктәпте тамамлап Мәскәүҙә уҡығанда В.И. Ленин исемендәге китапхананың уҡыу залына яҙылдым. Унда башҡорт илен өйрәнеүсе Петр Рычков һәм башҡа авторҙарҙың документаль китаптарын уҡыу бәхете тейҙе миңә.
Ҡайҙа ғына йәшәһәм дә, иң беренсе китапхана эҙләп китәм. Ленин урамындағы уҡыу залына барып теркәлдем. Китап магазиндарында һатылмай торған “Декоративное искусство”, “Творчество” журналдарын яратып уҡый торғайным. Улар дөйөм илдә генә түгел, донъяға билдәле ижадсылар менән дә таныштыра. Ә инде Нижегородка биҫтәһендә керамика цехында эшләгән йылда ҡабат бала саҡта йөрөгән уҡыу залына яҙылдым, тик китапхана Крупская тип түгел, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге тип атала ине. Эш аҙнаһы үтеү менән, Нижегородканан тауға менәм дә, ике генә квартал үтеп, уҡыу залына инеп, сихри донъяға сумам.
Көтмәгәндә илгә үҙгәртеп ҡороу осоро ябырылды. Рәссамдар фондында заказдар юҡ кимәлдә. Ҡаушап ҡалмай, “Балалар ижады йорто”на керамика түңәрәген етәкләүсе беренсе категориялы педагог булып эшкә урынлаштым. Шул ваҡытта – илдә ауыр заман хөкөм һөргән йылдарҙа хөкүмәт 30-сы балалар китапханаһын төҙөнө. Әлбиттә, педагогтар, уҡытыусылар ҙа яҙылды был ҙур булмаған, әммә ләкин бай фондлы китапханаға. Бында белемле китапханасылар тупланған. Икенсе ҡатта мәктәпкәсә балалар бүлеге һәм башланғыс синыф уҡыусылары өсөн айырым бүлек, ә беренсе ҡатта уҡыу залы һәм башҡорт әҙәбиәте бүлеге урынлашҡан. Китап һөйөүселәргә һирәк осрай торған китаптарҙы уҡыу, улар менән танышыу бәхете тейә.
Китапханасылар, рус һәм башҡорт теле уҡытыусылары менән берлектә, төрлө мәктәп балаларына яҙыусылар, шағирҙар, китаптарҙы биҙәүсе рәссамдар менән осрашыуҙар ойоштора. Ваҡыт етмәү сәбәпле, барыһында ла ҡатнашыу мөмкин түгел. Ә бына “Башҡортостан ҡыҙы” журналында баҫылған хикәйәләрҙе биҙәүсе рәссам Артур Василов менән осрашыуҙа ҡатнашыуым матур хәтирә булып ҡалды.
Алла бойорһа, тиҙҙән миңә 78 йәш тула, ә мин әле лә китапхана тигән гүзәл бинаға йөрөйөм. Һәр айҙың яңы журнал һандарын уҡып ҡанатланып йәшәйем.

Китапханалар һөйөүсе,

Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы

Фәүзиә Усманова

Читайте нас: