Ниһайәт, быйыл йәйге каникулда был теләгем тормошҡа ашты:мин Арҡауылдағы “Йәйғор” лагерында ял итеп, яңы уҡыу йылына көс туплап ҡайттым. Бер ыңғай шағирҙың йәнтөйәгендәге 1989 йылда асылған йорт музейында ла булдыҡ. Унда төп фондтың экспонаттары һаҡлана: әҙиптең шәхси әйберҙәре, ҡулъяҙмалары, стена гәзиттәре һәм портреты. Йорт янында шағирҙың бюсы урынлаштырылған. Арҙаҡлы шәхесебеҙҙең күңел донъяһы менән танышыу мине илһамландырҙы.
Ә лагерҙағы ял тураһында иһә әллә күпме йылы хәтирәләр менән уртаҡлашырға мөмкин. Беҙҙе иң башта өлкән вожатыйыбыҙ Ләйсән Фәнил ҡыҙы ҡаршы алды. Лагерҙағы һәр бер көнөбөҙ ентекле планлаштырылған ине. Беҙгә бында ваҡытты күңелле лә, файҙалы ла үткәрергә вожатыйҙарыбыҙ – Лилиә Эдуард ҡыҙы, Ләйсән Эдуард ҡыҙы, Румия Булат ҡыҙы һәм Ләйсән Фәнил ҡыҙы ярҙам итте.
Беҙ һәр иртә һайын уянғас та күмәкләп дәртле көйгә зарядкаға баҫтыҡ, унан һуң иртәнге ашҡа йүнәлдек. Шунан көн дауамында барыбыҙ өсөн дә мауыҡтығыс, ҡыҙыҡлы саралар ойошторолдо. Мәҫәлән, “Лагерь сменаһын асыу тантанаһы”, “Әкиәткә – сәйәхәт”, “Иң аҡыллы”, “ Нимә, ҡайҙа, ҡасан” тигән интеллектуаль уйындар, “Музыкаль аҡ сәскә” тамашаһы, “Үҙидара көнө”, “Бизнес көнө”, “КВН” кеүек саралар күңелле үтте. Шуның араһында Өфөгә лә барып ҡайттыҡ, Мәсетле районындағы Ҡарағай ауылында ла булдыҡ. Дыуан районының Мәсәғүт ауылына кинотеатрға ла барып өлгөрҙөк.
Ошондай бик бай йөкмәткеле ял ойоштороуға үҙ көсөн һалған лагерь директоры – Замир Базамир улына ла рәхмәттәребеҙ сикһеҙ, сөнки ул үҙе лә бындағы тормошта беҙҙең менән бергә ҡайнап йәшәй, бар күңелен һалып эшләй.
Һүҙемде йомғаҡлап, “Йәйғор”ҙа эшләгән барлыҡ апай-ағайҙарға бөтә ял итеүселәр исеменән ҙур рәхмәтемде еткерәм. Беҙ бында татыу ғаилә булып йәшәнек, үҙебеҙгә яңы дуҫтар, онотолмаҫ тәьҫораттар таптыҡ. “Йәйғор” тормошобоҙҙо ете йәйғор төҫөндә балҡытты!
Салауат районының Малаяҙҙағы 1-се мәктәп уҡыусыһы.