-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
19 Сентябрь 2019, 20:32

Тәүге уҡытыусым

Беҙгә Айназ Мәхийәнов, Ғафури районының Красноусол гимназия-интернаты уҡыусыһы яҙа.

Минең уйлауымса, уҡытыусы тап Салаватова Юлиә Зәйнулла ҡыҙы Салауатова кеүек булырға тейеш.

Беҙ беренсе синыфҡа килгәндә ул беҙҙе ҡояштай йылмайып, наҙлы ғына тауышы менән ҡаршы алды. Үҙе шундай матур, һөйкөмлө. Ул бөтәбеҙҙе лә бер ғаилә балалары кеүек бергә туплап, дуҫлаштырып, белем һәм тәрбиә бирҙе. Ә үҙенең белмәгән нәмәһе юҡ, ҡулы ла бөтә нәмәгә оҫта. Беҙҙе ул төрлө ҡул эштәренә лә ихлас өйрәтте.

Юлиә Зәйнулла ҡыҙы үҙенең иң яҡшы уҡытыусы икәнен "Йыл уҡытыусыһы-2018" район конкурсында ла иҫбатланы.

Быйыл беҙ 5-се синыфта уҡыйбыҙ, төрлө ҡыҙыҡлы фәндәр инә, мауыҡтырғыс түңәрәктәргә йөрөйбөҙ. Әммә тәүге уҡытыусыбыҙҙы бик һағынабыҙ, уны күреп ҡалһаҡ бик шатланабыҙ, беҙгә рәхәт булып китә. Ул да беҙҙе күрһә ҡыуана, беҙҙе тағы ла тырышыбыраҡ уҡырға, тәртипле булырға өндәй.

Юлиә Зәйнулла ҡыҙын уҡытыусылар көнө һәм яҡынлашып килгән тыуған көнө менән ҡотлайым. Уға эшендә уңыштар, һаулыҡ һәм ғаилә бәхете теләйем.


Айназ Мәхийәнов,
Ғафури районының Красноусол гимназия-интернаты уҡыусыһы.
Читайте нас: