+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
30 Сентябрь 2019, 11:06

1 октябрь – изгелек һәм хөрмәт көнө.

1 октябрь – изгелек һәм хөрмәт көнө. Был көндө беҙ өлкәндәрҙе, өләсәйҙәрҙе, олатайҙарҙы ҡотлайбыҙ, уларға матур һүҙҙәр әйтәбеҙ. Мин инде өләсәйем хаҡында мәҡәлә яҙырға булдым.

1 октябрь – изгелек һәм хөрмәт көнө. Был көндө беҙ өлкәндәрҙе, өләсәйҙәрҙе, олатайҙарҙы ҡотлайбыҙ, уларға матур һүҙҙәр әйтәбеҙ. Мин инде өләсәйем хаҡында мәҡәлә яҙырға булдым.
Минең өләсәйем Ғиззатуллина Гөлсирә Мирза ҡыҙын күптәр белә. Ул башҡорт яҙыусыһы, журналист һәм тәржемәсе. Уның “Һәҙиә” романы, “Өмөтөмдө ҡалдыр”, «Юл япрағы менəн тамсы», «Йɵҙ ҙə бер ғүмерем», «Күңел утрауы», «Тормош шау сəскəлə» китаптары республикала танылыу тапты. Ә “Йәннәт һулышы” тигән әҫәре буйынса Салауат драма театры спектакль ҡуйҙы. Ул әҙәби әҫәрҙәр яҙыуҙан тыш профессиональ рәүештә журналистика һәм тәржемә менән шөғөлләнә. Боронғо йәһүд, инглиз һәм тиҫтәгә яҡын төрки телдәрен белә. Бер йыл Голландияла Амстердам ҡалаһында Ирекле университетында тәржемә оҫталығына өйрәнде. Минең өләсәйем Көнбайыш Европаның бик күп илдәрендә, шулай уҡ Африканың Тога һәм Буркина – Фасо тигән ике илендә булды.
Мин өләсәйемде шундай билдәлелеге өсөн түгел, изгелеге, хәстәрлеге, минең тормошомдо матурлағаны һәм ул минең өләсәйем булғаны өсөн яратам.
Өләсәйем әле Ейәнсура районының Иҙәш ауылында йәшәй. Беҙ һәр көн уның менән скайптан һөйләшәбеҙ. Йәй буйы беҙ уның эргәһендә ауылда булдыҡ, бергә куңелле ваҡыт үткәрҙек. Ул беҙгә бер – беребеҙҙе яратырға һәм тыңларға, туған телебеҙҙе һөйөргә, кәзә һауырға, баҡса утарға һәм тағы ла бик күп нәмәгә өйрәтте. Һәр саҡ яҡшы кәңәштәрен биреп, ярҙамын күрһәтеп тора ул беҙгә.
Мин ҡәҙерлемә һаулыҡ, бәхет, оҙон ғүмер, муллыҡ теләйем.
Мөлөкова Камилә, Дорогин ауылы урта мәктәбенең 5-се Г класы уҡыусыһы
Читайте нас: