+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
3 Октябрь 2019, 18:27

Мостай Кәрим - башҡорт әҙәбиәтенең яҡты маяғы

Мостай Кәрим... Кем ул Мостай Кәрим минең өсөн? Әгәр ҙә ул беҙҙең ғаиләнең бер ағзаһы тиһәм һис тә яңылыш булмаҫ, моғайын.

- Олатай, Һинең әсәйең- ҡарт өләсәй - нисәнсе йылда тыуған? -тип һорайым.

- Ҡарт өләсәйең Мостай Кәрим менән бер йылғы.
Ғүмер буйы колхозда көтөүсе булып эшләгән олатайым әсәһе нисәнсе йылда тыуғанын әйтмәй, ә ейәнсәре был датаны ошолай нығыраҡ хәтерендә ҡалдыра сағына ышана. Ябай ғына көтөүсенең дә Мостай Кәримдең нисәнсе йылда тыуғанына тиклем белеүе үҙе генә ни тора! Эйе, беҙҙең бәләкәй генә ғаиләлә Мостай Кәримгә, уның ижадына ихтирам шул тиклем ҙур. Апайымдың исеме - Әлфиә. Беҙ уны “бы яҡҡамы, те яҡҡамы” тип ирештерергә яратабыҙ, ә бәләкәс туғандарыбыҙ “беҙҙең өйҙөң йәме”. Арабыҙҙа бәхәстәр тыуып, бер-беребеҙҙе яҡлаша башлаһаҡ, шунда уҡ ҡушамат тағыла, ә ҡушаматыбыҙ, әлбиттә, “ауыл адвокаты”
Бөйөк шагирыбыҙ Мостай Кәрим беҙҙе ғүмер буйы оҙатып бара. Беҙ уның китаптарын уҡып, фәһем алабыҙ, тормошта үҙебеҙҙе нисек тоторға өйрәнәбеҙ. Мостай Кәримдең геройҙары күп нимәгә өйрәтә. Мәҫәлән, Кендектән йомартлыҡҡа, изгелеккә өйрәнһәк, Оло инәйҙең сабырлығына, зирәклегенә, аҡылына хайран ҡалам. Ә “Өс таған”дағы малайҙар менән танышҡас, донъяла дуҫлыҡтың ҙур көскә эйә булыуына ышанам! Ҡыҫҡаһы, Мостафа Сафа улынан башҡа башҡорт әҙәбиәтен күҙ алдына килтереп булмай.
Диана Рәхимова, Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 6-сы класс укыусыһы

Илнур Нәбиуллин менән Ралина Хәсәнова һүрәттәре. Хәйбулла районы, Подольск ауылы.


Читайте нас: