Гүзәл Ринат ҡыҙы беҙҙе уҡырға, хәреф һәм өндәрҙе танырға, һандар яҙырға, шиғырҙар ятларға өйрәтте, ҡыҫҡаһы, тәүге белем бирҙе. Ул беҙҙе нисәмә баҫҡысҡа алға алып барҙы. Алға барған һайын уҡыуы күңеллерәк тә, ауырыраҡ та була барҙы. Ләкин әле мине беренсе класс етәксем уҡытмаһа ла, шулай ҙа мин Гүзәл Ринат ҡыҙын ғүмеремдә онотмамын. Һәр саҡ хәлен белешеп, байрамдарҙа ҡотлап, үҙебеҙ эшләгән бүләктәр менән уны ҡыуандырып торорбоҙ. Кем генә үҙенең беренсе уҡытыусыһын онота инде? Бөтәһе лә иҫкә төшөрә тип уйлайым, сөнки ул бит һине тәүге тапҡыр тормошҡа, ,,4” һәм ,,5” - гә генә уҡырға, тәртипле булырға өйрәтте бит.