Быйыл октябрь айы матур, ҡояшлы, йылы булды. Алтын көҙҙөң сыуаҡ бер көнөндә беҙ 2-се, 3-сө синыф уҡыусылары уҡытыусы апайыбыҙ Мәҙинә Миңнеғәли ҡыҙы менән Кәкүк үҙәгендәге шишмә янына барҙыҡ. Беҙ һәр миҙгел һайын бында экскурсияларға йөрөйбөҙ, шишмәне таҙартабыҙ, ҡышын санала шыуабыҙ. Тау башынан ауылыбыҙҙы күҙәтергә яратабыҙ.Ул бик бәләкәй генә күренә. Машиналар шырпы ҡабындай ғына, ә баҫыуҙар йә ҡара, йә йәшел балаҫ кеүек күренә. Ә тәбиғәт шул тиклем матур! Ағастар һары, ҡыҙыл, йәшел, ҡыҙғылт-һары күлдәк кейгән. Беҙҙең шишмәбеҙ кәртәләнеп алынған, ултырғысы, өҫтәле бар. Беҙ «Тыуған еремдә алтын көҙ» темаһына һүрәт төшөрҙөк, төрлө уйындар уйнаныҡ.
Беҙҙең эргәлә генә быҙауҙар рәхәтләнеп ҡояшҡа йылынып үлән ашайҙар, беҙгә аптырашып ҡарап та алалар. Ә беҙгә бик күңелле, рәхәт! Һүрәттәрҙе һәр кем үҙенсә тырышып эшләне. Беҙ бергәләп иҫтәлеккә фотоға төштөк.
Файҙалы эштәр эшләп, төрлө тәьҫораттар менән, дәртләнеп, көс туплап ҡайттыҡ. Яҙ көнө беҙ әсәйҙәр менән килеп шишмәне таҙартҡайныҡ. Киләһе яҙға тиклем һау бул, шишмә!
Күңелле ял барыбыҙға ла оҡшаны. Рәхмәт һиңә, тыуған ерем!
Алтынай, Даниил, Артём, Регина, Матвей, Марат
Ейәнсура районының Ҡужанаҡ мәктәбе уҡыусылары.