-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
11 Декабрь 2019, 12:35

Азамат Ҡарағоловтың ҠЫШ БАБАЙға яҙған хатынан өҙөк

Азамат Ҡарағолов Бөрйән районы Байназар ауылы егете. Яңыраҡ "Аманат" журналының йәш хәбәрсеһе исеменә лайыҡ булды.

....Эйе, минең быйылғы йылым, сусҡа йылында тыуғанғамы, уңыштарға бик бай булды. Сөнки , Республика, район, мәктәп кимәлендә үткәрелгән һәр бер сараларҙа ла ситтә ҡалманым. Бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар, грамоталар яулап өлгөрҙөм. Ә, ,,Аманат, журналына килгәндә, ул минең айырыуса яратҡан баҫмам. Унда минең шиғырҙарым, мәҡәләләрем, һәм фотоһүрәттәрем баҫылып килә. ,Аманат, журналы ойошторған конкурстарҙа әүҙем ҡатнашам. Мостай Кәримдең тыуыуына- 100 йыл тулыуға арналған." Ижад ҡомары" һәм "Сәсмә әҫәрҙәр" бәйгеһенең 1-се өлөшөндә еңеү яулап, баш ҡалаға байрам сараһына барып ҡайтыуға ирештем. Унан мин үҙемә рухи аҙыҡ алып илһамланып ҡайттым. Шулай уҡ, "Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы үткәргән - Башҡорт телен пропагандалауға арналған "Социаль Видеоролик" конкурсында 2 дәрәжә дипломы алып ҡыуандым.
Тағы ла, Башҡортостан Республикаһының Әхмәт- Зәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы ойошторған "Твори, добро!" конкурсында әүҙем ҡатнашып Сертификатлы булдым. Ошо уҡ китапхана үткәргән "Башҡортостанға-100 йыл" тулыуға арналған "Минең республикам " фотоконкурсында 2-се дәрәжә дипломын ҡулыма алдым. Эйе, районыбыҙ араһында ла үткәрелгән төрлө ярыш-бәйгеларҙә лә ситтә ҡалмайым: " Йәй һәм китап-2019", "Яҡташ яҙыусыларҙың ижадын яттан һөйләү буйынса онлайн конкурстарында ҡатнашып диплом һәм грамоталарға эйә булдым. Минең синыфымда 15 уҡыусы. Етәксебеҙ Айгөл Рәсүл ҡыҙы менән мәктәп тормошонда һәр саҡ ҡырмыҫҡа иләүендәй ҡайнап йәшәйбеҙ.Әлеге ваҡытта мәктәбебеҙҙә капиталь ремонт бара. Тиҙҙән, заманса, матур мәктәптә уҡыясаҡбыҙ. Ошо форсаттан файҙаланып , хөкүмәтебеҙ башлығы Радий Хәбировҡа Рәхмәт әйтке килә. Ой , тағы ла онотоп торам, Мостай Кәримдең Беҙҙең өйҙөң йәме повесы буйынса төшөрөлгән, режисссер Александр Галибиндың " ,,һеңлекәш,, фильмында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Өс кастингтыла уңышлы үтеп түбән ос малайҙары ролен башҡарҙым.Әлеге ваҡытта рәхәтләнеп ошо фильмды ҡарайым.Был минең өсөн ҙур бәхет булды .Ярай ошоноң менән хатымды тамамлап торам.Тағы ла,байтаҡ уңыштарым хатыма һыймай ҡала.
Әйкәндәй, Бөгөн генә, АМАНАТ журналының Йәш хәбәрсеһе исеме яулауымды ишетеп бик шатландым.
Хөрмәтле ТЫЛСЫМЛЫ ҠЫШ БАБАЙ!!! Мин ошо хатым аша, заман менән бергә атлау өсөн Һеҙҙән Телефон һорап ҡалам!!
Ҡотлау менән улың АЗАМАТ
Читайте нас: