+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
16 Декабрь 2019, 00:55

Ҡаҙмаш ауылында Айһылыу Йәғәфәрова менән осраштылар.

Башҡорт теле көнө республикабыҙҙа төрлө саралар үтте. Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылынан "Аманат" журналының йәш хәбәрсеһе Заһиҙә Рәжәпова яҙа.

14 декабрь башҡорт теле көнө тип иғлан ителгәс, Ҡаҙмаш ауылының мәҙәниәт усағында ошо күркәм датаға арнап Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт һәм мәғәриф хеҙмәткәре, Әбйәлил районының Ким Әхмәтйәнов, Учалы районының Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премия лауреаты, хеҙмәт ветераны Йәғәфәрова Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙы менән йәмле осрашыу үтте.
Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙы Әбйәлил районының Әхмәт ауылында тыуып үҫкән. Ул кескәй балаларға һәм мәктәп уҡыусыларына шиғырҙар,әкиәттәр,хикәйәләр һәм пьесалар яҙған.Тәүге шиғырын яҙғанда уға ни бары 5 йәш кенә була, ә тәүге пьесаһын 6-сы класта ижад итә.Дөйөм алғанда балалар өсөн 15 китап йыйынтығы баҫтырылған. Уның һәр бер шиғыры йырлы юлдарҙан тора, шуға күрә ятлап алыуы бер ҙә ҡыйын тугел. Айһылыу инәй 3-сө роман яҙған ҡатын-ҡыҙ. "Килендәр" романы 2 китаптан тора һәм был романға ул 19 йәштә булғанда тотона. Романда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылда хеҙмәт иткән ҡатын-ҡыҙҙың батырлығы һәм сыҙамлығы һүрәтләнгән. Шулай уҡ 10 йыл дауамында рус әҙәбиәтенең бөйөк шағиры А.С.Пушкиндың әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итеү менән шөғөлләнә.
Осрашыу ваҡытында үҙе менән булған төрлө ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғаларҙы ла иҫкә төшөрөп һөйләп үтте. Мәктәп китапханаһына "Сәпәкәй" исемле шиғырҙар китабын бүләк итте. Мәҙәниәт усағында эшләп килеүсе "Йәйғор" балалар театр түңәрәгенә йөрөүселәр тарафынан "Төлкөбикә" һәм "Хәлимә" әкиәттәренән өҙөк сәхнәләштерелде (етәксеһе Фәнүзә Ғәлип ҡыҙы Дәүләтова). Бәләкәй синыф уҡыусылары Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙының шиғырҙарын ятлап ҡыуандырҙылар.
Беҙгә шағирә менән матур осрашыу ойошторғандары өсөн мәктәп китапханаһы мөдире Шәүрә Әмир ҡыҙы Фәттәхова һәм клуб мөдире Фәнүзә Ғәлип ҡыҙы Дәүләтоваға , ветеран уҡытыусы Сәрбиямал Әкрәм ҡыҙы Ихсановаға ошо сарала ҡатнашыусылар исеменән ҙур рәхмәт еткерәм.
Заһиҙә Рәжәпова,йәш хәбәрсе.
Әбйәлил районы Ҡаҙмаш мәктәбе
Читайте нас: