-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
23 Декабрь 2019, 13:20

Дуҫтар, ә һеҙ мөғжизәгә ышанаһығыҙмы?

"Беҙгә Башҡортостандың төп Яңы йыл байрамына саҡырыу ҡағыҙы алыу, уға барыу бәхете тейҙе" тип яҙа Йәнгүзәл Зәйнуллина.

Дуҫтар, ә һеҙ мөғжизәгә ышанаһығыҙмы? Оҙак теләгән теләктәрегеҙ тормошҡа ашҡаны бармы? Ә бына Баймаҡ районында йәшәүсе 12 уҡыусы, шулай уҡ мин дә, хыялдарҙы тормошҡа ашырып , ысын Яңы йылдың мөғжизә илендә йөрөп ҡайттыҡ. Беҙгә Башҡортостан республикаһының төп Яңы йыл байрамына саҡырыу ҡағыҙы алыу, уға барыу бәхете тейҙе. Юлдың алыҫлығына, оҙаҡ барыуға ҡарамаҫтан кәйефтәр күтәренке булды, киске уйында күңелле итеп өҙҙөрөп бейенек, тәмле итеп ашап, атасаҡ таңға ҙур өмөттәр менән бүлмәләргә, ял итергә, таралыштыҡ.
Бына ул 20 декабрь! Күпме көттөк беҙ был көндө, ниндәй тулҡынландырғыс мәл! Ҡыҙҙар иртә менән тороп сәстәренә прическалар яһаны, егеттәр ҙә ихлас әҙерләнеп, ҡупшы кейемдәрен кейҙе.
Беҙҙе ихлас күңелдән ҡаршы алдылар! Республикабыҙҙың һәр районынан меңгә яҡын бар яҡлап һәләтле, уңған, әүҙем балалар йыйылған бында. Сара бик ҡыҙыу, күңелле үтте. Башкортостанға билдәле Вилдан Яруллин, Каринэ Хабирова, Айбулат Хажиндарҙы күреп, улар менән фото төшөү бәхете тейҙе. Байрам иҫ киткес матур сәхнәләштерелгән әкиәт менән тамамланды. Беҙгә шундай күркәм тамаша әҙерләгән кешеләргә айырым рәхмәтемде еткерергә теләйем.
Өс көн һә тигәнсә үтте лә китте. Бөтөнөбөҙ ҙә илһам, көс, дәрт алып ҡайттыҡ был саранан. Уҡыу дәүерендә йыйған белемдәребеҙ бушҡа китмәгәнен аңланыҡ. Төрлө йүнәлеште һайлаған балалар йыйылған: йыр-моң, йор һүҙ, спорт, гуманитар һәм теүәл фән. Беҙгә онотолмаҫ көндәр бүләк иткән һәр береһенә күп рәхмәттәр әйткем килә: атай-әсәйемә, беҙҙе ҡурсалап, оҙатып йөрөүсе Рәсимә Килдейәр ҡызына, мәғариф бүлегенә, мәктәп етәкселәренә, “Башҡортостан” дәүләт концерт залы һәм беҙ йәшәгән ҡунаҡхана хаҡимиәтенә. Хыялдар тормошҡа аша икән ул! Тик теләй белергә һәм көс һалырға кәрәк!
Йәнгүзәл Зәйнуллина, Баймаҡ ҡалаһы
Миләүшә Баййегетова фотоһы
Читайте нас: