+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
25 Декабрь 2019, 15:11

“Аманат” ҡуйҙы ҡанат

Исемем минең Азамат,Алдырамын “Аманат”.Уҡыйым ҡабат-ҡабат,Һин миңә ҡуйҙың ҡанат, - тип әйтәм ғорурланып.

Сөнки яратҡан журналым “Аманат”тың “Йәш хәбәрсе”һе исеменә лайыҡ булдым. Шуныһы ҡыуаныслы: журналдың баш мөхәррире Сәлмән Шәкирйән улы Ярмуллин мәктәбебеҙгә үҙе килеп таныҡлыҡ тапшырҙы.
Уның менән осрашыу бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле үтте. Сәлмән Шәкирйән улы уҡыусыларға үҙенең күстәнәстәрен дә алып килгән ине. Ул һәр беребеҙ менән яҡындан танышып, ихлас аралашты. Уҡыусылар төрлө һорауҙарға яуап биреп бүләктәр алып ҡыуандылар. Үҙенең ябайлығы, ихлас булыуы һәм балаларҙы яратыуы менән Сәлмән ағай беҙгә бик оҡшаны.
Беҙҙең мәктәптә журналдың яҡын дуҫтары байтаҡ. “Йәш хәбәрсе” исемен 10 синыф уҡыусылары Дәүләтшина Сәлимә һәм Буранбаева Зилиәләр йөрөтә. Бөгөн килеп улар рәтенә баҫыуым минең өсөн оло шатлыҡ. “Күҙ менән ҡаш араһы” фотоконкурсында Мөхәмәтйәнов Илнар, Ғәлин Ғәзим, Вәлиева Ильзира, Салауатова Лилиә һәм Фирүзә, Айытбаева Илүзәләр ихлас ҡатнашып торалар. 7 синыф уҡыусылары Әйүпова Вәсилә һәм Вәлиева Ильзираның журнал биттәрендә байтаҡ шиғырҙары донъя күрҙе. Ҡыҫҡаһы, журнал беҙҙе һәр саҡ яңынан – яңы конкурстар, ярыштар үткәреп, ижадҡа дәртләндереп кенә тора.
Ысынлап та, “Аманатһыҙ кеше –ҡанатһың” тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Был осрашыуҙан һуң, барлыҡ уҡыусыларҙа ла “Аманат”ҡа яҙылырға һәм ғүмер буйы уның менән дуҫ булып ҡалырға тигән теләк тыуҙы. Осрашыу бөтәһенә лә бик оҡшаны.
Әйҙәгеҙ, дуҫтар, яратҡан журналыбыҙ “Аманат” менән бергә булайыҡ!
Ҡарағолов Азамат,
Бөрйән районы
Байназар урта мәктәбе
"Аманат" журналының йәш хәбәрсеһе
Читайте нас: