+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
26 Декабрь 2019, 18:34

Байназар мәктәбендә һындар эшләү буйынса конкурс үтте

Яңы йыл етеп килә! Бөрйән районының Байназар мәктәбендә ҡарҙан һындар эшләп ярыштылар.

Был хаҡта беҙгә "Аманат" журналының йәш хәбәрсеһе Азамат Ҡарағолов хәбәр итте. Конкурс күңелле үтте. Был бәйгенән фотоны ҡарағыҙ. Ә һеҙҙең мәктәптә ниндәй ярыштар, бәйгеләр үткәрҙеләр?
Читайте нас: