+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
26 Декабрь 2019, 17:57

Ир ҡанаты – ат

Быйыл Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған бик күп саралар ойошторола. Беҙ, Сирбай мәктәбе уҡыусылары, мәктәп, район хатта республика кимәлендә үткәрелгән сараларҙа ҡатнаштыҡ. Беҙҙе иң ҡыуандырғаны, моғайын, «Терра Башҡортостан» ат спорты турниры булғандыр. Сөнки был турнирҙа минең синыфташым Динис Ҡорбанаев ҡатнашты.

Быйыл Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған бик күп саралар ойошторола. Беҙ, Сирбай мәктәбе уҡыусылары, мәктәп, район хатта республика кимәлендә үткәрелгән сараларҙа ҡатнаштыҡ. Беҙҙе иң ҡыуандырғаны, моғайын, «Терра Башҡортостан» ат спорты турниры булғандыр. Сөнки был турнирҙа минең синыфташым Динис Ҡорбанаев ҡатнашты.
Динис уртаса уҡый, йәмғиәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Синыфташым һәр саҡ алсаҡ, ярҙамсыл, эшсән. Уның шундай сифаттары миңә оҡшай. Динис ишле ғаиләлә үҫә – биш бала араһында ул иң олоһо. Хужалыҡта эш күп. Бәләкәстәрҙе ҡарау, атайға мал ҡарашыу, башҡа эштәрҙә ярҙам итеү – бөтәһе лә уның иңенә төшә. Ауыл малайҙарына хас булғанса, йәйгеһен ҡустыһы менән көтөү көтәләр, ат ҡарайҙар.
Ниндәй башҡорт ат менмәгән дә, ниндәй башҡорт ат яратмаған. Ҡорбанаевтар ҙа ат йәнле булыуы менән дә айырылып торалар. Динис бәләкәйҙән атта йөрөргә ярата. Төрлө ярыштарҙа, һабантуйҙарҙа ҡатнаша. Бер нисә тапҡыр Мораҡ, Иҫәнғол, Мәләүез, хатта Баймаҡ тарафтарында еңеү яулай. Еңеү еңел бирелмәй уға, тырышлыҡ та, ҡыйыулыҡ та, ныҡышмалылыҡ талап итә ат спорты.
11 октябрь көнө Динис атаһы Рәфҡәт Ҡорбанаев менән Өфөгә юлландылар. Беҙ, синыфташтары, синыф етәксебеҙ һәм иптәштәре, уға уңыштар теләп, оҙатып ҡалдыҡ. Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында булып үткән ҙур ярыш барышын беҙ зәңгәр экрандарҙан күҙәттек. Динис өсөн ныҡ борсолдоҡ. Ура-а-а еңеү!!! Синыфташыбыҙ был ярышта ал бирмәне!
Хәҙер һүҙҙе уға бирәйек.
- Динис, һин нисә йәшеңдә атҡа ултырҙың?
- 3 йәштә атай мине атҡа ултыртты, 5 йәшемдә сабырға өйрәндем.
- Тәүге еңеүең ҡасан булғайны?
- 11йәшемдә район үҙәге - Мораҡ ауылында үткән ярышта еңеп сыҡтым.
Еңеүе өсөн синыфташымды баш ҡалала үткәрелгән Республиканың төп шыршы байрамына саҡырыу алды. Үткән аҙнала ул ошо матур байрамға тамаша ҡылып ҡайтты.
Евгения Виденеева.
Күгәрсен районы Үрге Сирбай мәктәбенең
7-се синыф уҡыусыһы.
Читайте нас: