+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
29 Декабрь 2019, 14:55

Кемдең ҡар һыны матур?

Зауыҡ менән эшләнгән һындар һәр кемдең күңеленә хуш килде.

Байназар урта мәктәбе уҡыусылары класс етәкселәре һәм атай-әсәйҙәр менән берлектә эшләгән ҡар һындарын яҡланылар. Зауыҡ менән эшләнгән һындар һәр кемдең күңеленә хуш килде. Ул ғына ла түгел, кластар бик матур сығыштар ҙа әҙерләгән: уҡыусылар йырланылар ҙа, бейенеләр ҙә, шиғыр ҙа һөйләнеләр. Бик матур эштәре өсөн уҡыусыларға, класс етәкселәренә, атай-әсәйҙәргә мәктәп администрацияһы исеменән оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Афарин!!! Киләсәктә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!
Бөрйән районы, Байназар ауылы мәктәбе.
Читайте нас: