+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
1 Февраль 2020, 18:14

Тыуған ауылым – алтын бишек

Был хатты беҙгә Айгиз Хөснөтдинов ебәрҙе. Ул Бөрйән районы Ырғыҙлы урта мәктәбе уҡыусыһы.

Тыуған ауылым – алтын бишек.
Башҡортостан – баш илем,
Йыһандағы бишегем.
Ҙур донъяға алып сығыр
Яҙмышымдың ишеге.
Р. Ураҡсина
Башҡортостан – үтеп сыҡмаҫлыҡ ҡара урмандар, икһеҙ-сикһеҙ далалар, мул һыулы йылға-күлдәр, ашап туймаҫлыҡ тәмле башҡорт балы, эсеп туймаҫлыҡ ҡымыҙы менән дан тотҡан республика. Ошо хозур ерҙә тыуып үҫкәнемә мин бик бәхетлемен. Әгәр беҙҙең Ер шарының картаһына ҡараһаң, Башҡортостан Уралдың бер бәләкәй генә мөйөшөндә урынлашҡан. Яҙыусылар уны ҡайын япрағы менән дә, күрешергә асылған ус менән дә сағыштырғандар. Ысынлап та, Башҡортостан күп милләтле республика. Ул ҡосағын киң асып үҙенә килгән ҡунаҡтарҙы ихлас күңелдән ҡаршы ала. Шуға күрә лә үҙенә саҡырып күрешергә әҙер торған йылы усты хәтерләтә Үҙенең матур, бай тәбиғәте менән дан тота беҙҙең Башҡортостаныбыҙ! Далаларҙы иңләп өйөр - өйөр йылҡылар, үҙенең урман хужаһы икәнен иҫбатлап алпан-толпан урман ҡыҙырыусы тайыш табан айыуҙар, баштарын ғорур тотоп йөрөр тарбаҡ мөгөҙлө боландар, һәр ауырыуға дауа булырҙай шифалы үләндәр, балыҡ уйнаған мул һыулы йылғалар, тәрән күлдәр, күҙ яуын алып торорҙай сәскәле яландар – барыһы ла бар тыуған еремдә. Ошо байлыҡ, матурлыҡ күңелдәрҙә йыр тыуҙыра, йәшәүгә дәрт өҫтәй. Тыуған ил беҙҙең тыуып- үҫкән, тәү башлап яаҡ баҫҡан, телебеҙ асылған ерҙән башлана. Һәр бер кешегә яҡын һәм ҡәҙерле ул тыуған ер! Минең тыуған ауылым – Бөрйән районында йәмле Ағиҙел буйында урынлашҡан Ҡотан ауылы. Ауылым Туйбаға, Бүгәсәү, Көрәй тауҙары ҡосағында матур тәбиғәтле ерҙә урынлашҡан. Тирә - яҡты йәнлектәргә, ҡош-ҡортҡа, дарыу үләндәренә, емеш-еләккә бай урмандар уратып алған. “Был ерҙәргә мин хужа!” – тигәндәй алпан-толпан баҫып айыуы ла килеп китә. Ауылымдың урамдары киң, таҙа. Унда хеҙмәт һөйөүсе уңған, дәртле кешеләр йәшәй. Ауылымдың тышҡы йөҙө йыл һайын матурая, үҙгәрә бара. Ҙур-ҙур йорттар ҡалҡып сыға, йәш ғаиләләр барлыҡҡа килә. Йәштәр тыуған ерҙәрен ташлап китмәҫкә тырыша, улар ауылыбыҙҙы нығыта, үҫтерә. Халыҡты иманға әйҙәүсе мәсет тә ҡалҡып сыҡты ауыл уртаһында. Шуға күрә, исеме үк әйтеп торғанса, ҡотло беҙҙең ауылыбыҙ. Беҙ ҙә ауылдың матур киләсәгенә ҙур өлөш индерәбеҙ: тырышып уҡыйбыҙ, төрлө экологик сараларҙа ҡатнашабыҙ, тирә - яҡҡа ағастар ултыртабыҙ, ҡош оялары эшләйбеҙ, йылға, шишмәләрҙе таҙартабыҙ, бысраҡтан һаҡлайбыҙ. Мин бик үҙемде бик бәхетле кешемендер, тип уйлайым. Сөнки, бай тәбиғәтле тыуған ерем, ошо ерҙә йәшәүсе ҙур, татыу ғаиләм, ауыр саҡта ярҙам итеүсе дуҫтарым бар. Ошондай татыу ғаиләләр, яҡшы күңелле кешеләр булғанда Башҡортостаныбыҙ сәскә атыр, үҫешер, беҙҙең бәхетле баласаҡ йыры мәңге өҙөлмәҫ, тип ышанам.
Хөснөтдинов Айгиз, Бөрйән районы Ырғыҙлы урта мәктәбе уҡыусыһы
Лилиә Салауатова фотоһы, Бөрйән районы Байназар ауылы.
Читайте нас: