Китапханала осраҡлы ғына Мостай Кәримдең
беҙҙең Күгәрсен районындағы бәләкәй генә Бикбулат
ауылына арнап яҙған шиғырын тап иттем.
Эй, Бикбулат, Шакир атлы дуҫым
Хайран ҡалып ҡарап торам һиңә,
Тауҙар моңон, дәртле тауҙар йырын
Сәләм бирәм һиңә, сәләм бирәм,
Эйәрлетауҙың көмөш эйәрендә
Шул нурҙарҙың яҡтыһында күңел
Күктә йондоҙ, ә тирәмдә күпме
Эй, Бикбулат, онота алмам инде
Бөйөк Мостай үҙе беҙҙең Бикбулатҡа йыр яҙһын
әле!.. Мин өйөбөҙгә нисек ашҡынып- осоп ҡайтҡаным-
ды хәтерләмәйем. Күңелемдән ашып-түгелеп барған
тойғоларҙы әсәйем менән бүлешәм. Ул да хисләнеп
– Эйе, ҡыҙым, Мостай Кәримдең беҙҙең ауылға
килеүенә байтаҡ ваҡыт үтһә лә, кисәге кеүек хәтер-
ләйем. 1988 йылда ауылдашыбыҙ, билдәле яҙыусы
Шакир Янбаев бер нисә шағир менән ҡунаҡҡа ҡайтты.
Улар Мостай Кәрим, Рафаэль Сафин, Тимер Йосопов
Тәүҙә мәктәптә бик матур әҙәби кисә ойош-
торҙоҡ. Шиғырҙарын һөйләнек, йырҙар йырланыҡ,
әҫәрҙәренән өҙөктәр сәхнәләштерҙек. Уҡытыусыбыҙ
Ләйлә апай Кинйәбаева Мостай Кәрим һүҙҙәренә
яҙылған “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” йырын башҡарҙы.
Ул моң бөгөн дә ҡолағымда яңғырап тора. Был әҙә-
биәт байрамы кискеһен ауыл мәҙәниәт йортонда да-
Беҙ, уҡыусылар, бөйөк шәхестәрҙең автографта-
рын алып ҡыуандыҡ. Фотоға төштөк. Ул китаптарҙы
ла, фотоларҙы ла нисә йылдар ҡәҙерләп һаҡлайым.
Ә-ә, әйтергә онотоп торам, Мостай Кәрим бит
беҙҙең өйҙә лә булды! Осрашыуҙың иртәгеһенә Ша-
кир ағай Янбаев шағир менән беҙгә килеп инде. Ата-
йымда берәй йомошо булдымы икән, бер аҙ һөйлә-
шеп ултырҙылар, сәй эстеләр. Шунда әсә йем уларға
кәзә дебетенән бәйләнгән бирсәткәләр бүләк иткәй-
не. Мостай Кәрим, ғәҙәтенсә, матур итеп йылмайып,
шаян шиғри юлдар менән рәхмәт әйткәне, башҡа-
ларҙың рәхәтләнеп көлөшкәне хәтеремә уйылып
ҡалған. “Моғайын, үҙенең “Бирсәткә” шиғырын ҡыҙыҡ
итеп үҙгәртеп уҡығандыр,” – тип уйлайым хәҙер.
Әсәйем моңһоуланып китте, аҙыраҡ уйланып
ултыр ҙы. Аҙаҡ ашыҡмай ғына фотоальбомынан бер
– Бына шул осрашыуҙың матур иҫтәлеге булып,
ошо фотолар ҡалды. Улар бер ерҙә лә баҫылмаған,
шуныһы менән дә ҡиммәт. 30 йылдан ашыу ваҡыт үт-
Беҙ әсәйем менән оҙаҡ текләп ултырҙыҡ фото-
ларға… Халыҡ шағиры. Хеҙмәт Геройы. Ҡайҙарҙа ғына
йөрөмәгән ул, ниндәй генә илдәрҙең тупрағына аяҡ
баҫмаған да ниндәй диңгеҙ-океандарҙа һыу инмә-
гән… Күпме тауға менгән, күпме йылға кискән дә нин-
дәй шишмәләрҙән һыу эсмәгән?!. Бөйөк Шағирҙың
эҙҙәре бөтөн донъя буйлап һибелгән. Улар беҙҙең Кү-
гәрсендә, Бикбулат ауылында, йәмле Эйек буйҙарын-
да ла һаҡлана… Шуға ҡыуанам мин һәм ғорурланам.
Мораҡ башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.